Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Лилиә Ғүмәрова: Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк

Лилиә Ғүмәрова: Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк
Лилиә Ғүмәрова: Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы дәүләт кимәлендә тәрбиәләргә кәрәк

Федерация Советы ағзаһы, Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова Өфөлә «Китап-байрам» йәрминкәһендә булды һәм уҡыуҙың, ҡағыҙ китаптың мөһимлегенә үҙ ҡарашын белдерҙе.

- «Китап-байрам» Өфөлә икенсе тапҡыр үткәрелә, Федерация Советы уны һәр ваҡыттағыса хуплай, - тине Лилиә Салауат ҡыҙы.

- Йәрминкә уҡыусыларҙа, нәшер итеүселәрҙә, ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Һәм шуныһы мөһим, заманса технологиялар: электрон китаптар, яһалма интеллектҡа ҡарамаҫтан - китап беҙҙең тормошта лайыҡлы урын биләргә тейеш.

Беҙҙең профилле комитет бөгөн уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы ҡайтарыуға, балаларҙың изгелеккә һәм мәңгелеккә өйрәткән китаптарҙы уҡыуына ҙур иғтибар бүлә. Бындай әҙәбиәткә һорау ҙур. Баҙарҙы нәфис әҫәрҙәр, фәнни-популяр әҙәбиәт менән байытыу ғына аҙ, йөкмәтке өҫтөндә эшләү мөһим. Китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы системалы рәүештә дәүләт кимәлендә тәрбиәләү мөһим. Сөнки бөгөн дә сит илдәр балаларыбыҙҙың аңына үтеп инеү өсөн миллиардлаған аҡса һала. Лайыҡлы яуабыбыҙ ҡыҙыҡлы китаптар рәүешендә булырға тейеш. Улар тәүге биттәрҙән үк баланы арбап алырға тейеш.

Лилиә Ғүмәрова, иһә, эшендә рәсми документтар уҡыһа, буш ваҡыттарында Совет классикаһын уҡырға ярата икән. Уның фекеренсә, йылдар үтеү менән әҫәр икенсе төрлө ҡабул ителә һәм шул уҡ ваҡытта үҙенең актуаллеген юғалтмай.

Фото: Лариса ШЕПЕЛЕВА.

#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает    

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас: