Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Август , 15:15

Баймаҡ районында III «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале старт алды

Бөгөн Баймаҡ районының Граф күле буйында башҡорт тоҡомло аттарҙың өсөнсө «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале башланды. Унда ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Әзербайжандан, Ғәрәп Әмирлектәренән атлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре йыйылды.

 Урындағы Сәлимә һөйләүенсә, фестивалгә ул ғаиләһе менән килгән. "Башҡорт аты» беҙҙең өсөн ғаилә байрамына әйләнде бит. Былтыр ҙа, унан алдағы йылда ла ошонда булдыҡ. Фестивалгә барыу беҙҙең өсөн үҙенсәлекле йолаға әүерелде лә инде. Әлбиттә, яҡшы һауа торошо һәм яҡшы сара көтәбеҙ. Программанан күренеүенсә, быйыл яңылыҡтар күп буласаҡ», – тип өмөттәре менән уртаҡлашты ул. Ә бына Салауат Әбсәләмов фестивалгә ҡатнашыусы сифатында килде.

 -  «Ылаҡ " ты ҡарау ҡыҙыҡлы булыр (традицион ат спорты ярыштары авт.). Быйыл спортсыларҙың күп булыуы көтөлә, тиҙәр. Ҡаҙағстан командаһы миңә айырыуса ҡыҙыҡлы. Былтыр улар үҙҙәрен көслө яҡтан күрһәтте. Уларҙың сығышын быйыл да күреү ҡыҙыҡлы булыр ине. Бәлки, үҙең өсөн дә нимәлер алырға мөмкин», -тип һөөйләй ул. Фестиваль программаһы, ысынлап та, сараларға бай булмаҡсы. Бөгөн генә, фестивалдең беренсе көнөндә, Боронғо төрки хәрби сәнғәте буйынса «Ҡара каплан» Гран-прийы, үҫмерҙәр араһында спорт көрәше һәм ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса республика турнирҙары, башҡорт күпбәйгеһе буйынса «Бәйге» халыҡ-ара фестивале, атыу буйынса «Ирәндек мәргәне» асыҡ республика турниры һәм башҡалар ойошторола. Шул уҡ ваҡытта ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, «Башҡорт аты» фестивалендә Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 10 меңгә яҡын ҡунаҡ ҡатнашасаҡ.

Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.

Баймаҡ районында III «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале старт алды
Баймаҡ районында III «Башҡорт аты»халыҡ-ара фестивале старт алды
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: