* Радий Хәбиров, үткән йылдағыса, хөкүмәт ағзаларына аталары әле МХО-ла булған балаларҙы мәктәпкә беренсе класҡа алып барырға тәҡдим итте. Башлыҡ шулай уҡ МХО-лағы яугирҙарға ярҙам итеүсе эшҡыуарҙарҙы дәртләндерергә тәҡдим итте.
* Яңы уҡыу йылында Башҡортостанда 524 мең бала парта артына ултырасаҡ, шуларҙың 47 836-һы – беренсе класҡа барыусылар.
* Октябрҙән Башҡортостан хәрби комиссариаттары электрон дәүләт хәрби иҫәп мәғлүмәт системаһы менән эшләйәсәк: системаға Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы, Спорт министрлығы һәм башҡа ведомстволар буйынса мәғлүмәттәр индереләсәк.
* Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында терәк лагеры булыуы ихтимал.
* Хәбиров Илеш һәм Нуриман райондарының бер нисә ауылында һәм шулай уҡ Учалыла юлдарҙы матурларға ҡушты.
* Башҡортостанда 670 мең тонна иген йыйып алынған. Көслө ямғырҙар арҡаһында уңыш һәләк булыу сәбәпле, 50 районда һәм Күмертау ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.
* 2 сентябрҙән Башҡортостан мәктәптәрендә Донбастан килтерелгән 200 бала һәм, шулай уҡ контртеррористик операция үткәрелгән райондарҙан эвакуацияланған балалар уҡый башлаясаҡ.
* Яңы уҡыу йылынан республика мәктәптәрендә шәкәр диабеты, фенилкетонурия, аҙыҡ аллергияһы менән яфаланыусы уҡыусылар өсөн махсус менюның биш варианты ойоштороласаҡ. Шулай уҡ һөтһөҙ һәм глютенһыҙ меню ҡаралған.
* БР Һандар министрлығы Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының Архангел-Инйәр участкаһындағы юлдың 90 проценттан дә кәм булмаған өлөшөн мобиль элемтә менән һәм 80 проценттан дә кәм булмаған юлды мобиль интернет тәьмин итеү буйынса килешеү төҙөнө.
* Башҡортостан мәктәптәре балансында 1523 мәктәп автобусы тора, уҡыуға алып барыу һәм алып ҡайтыу өсөн 50 206 бала йәлеп ителгән. Быйыл республикаға 17 яңы мәктәп автобусы килтерелде, шулай уҡ Рәсәй хөкүмәте беҙгә йәнә 50 автобус бүлде – уларҙы ошо йылдың өсөнсө кварталында килтерәсәктәр.
* Өфөлә Мәжит Ғафури паркы биләмәһендә яңы саңғы базаһы барлыҡҡа киләсәк. Быйыл тейешле проектлау уҙғарыласаҡ, 2025 йылда саңғы-роллер трассаһын әҙерләйәсәктәр һәм 2026 йылда икенсе этап булып яңы уҡыу үҙәге торасаҡ.
* Өфөнәң юбилейына РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Абхазия президенты Арслан Бжания һәм Беларуссияның премьер-министры Роман Головченко киләсәк. Шулай уҡ Үзбәкстандан һәм Ҡытайҙан делегация килеүе көтөлә.
* “Көҙ романтикаһы” фестивалендә өс көн эсендә 65 мең кеше булған. Үткән йылда ике көн эсендә фестивалдә 20 меңдән ашыу тыңлаусы булһа, быйыл иһә тәүге көнөндә үк 24 700 кеше булған.
* “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе 30 сентябргә тиклем тамамларға уйлайҙар. Бөтә ихаталарҙың уртаса әҙерлек дәрәжәһе 60 проценттан ашыу тәшкил итә.
* 2024 йылда 39 күп фатирлы йорттоң 119 подъезында комплекслы ремонт уҙғарыу планлаштырылған. Әле йорттарҙың 73 прцентында капиталь ремонт уҙғарыла – 277 йортта ремонт тамамланған да инде. Бының өсөн 106 миллион һум бүленгән. Быйыл бөтәһе 739 күп фатирлы йортта 5,5 миллиард һумлыҡ капиталь ремонт уҙғарыу планлаштырыла.
* Яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәрендә өҫтәмә дәрестәр – Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре (ОБЗР) һәм хеҙмәт (технология) индереләсәк.
Р. САФИНА.