Сараға 23 илдән 100 – ҙән ашыу вәкил йыйылды: БРИКС-тың 10 ағзаһы, шулай уҡ Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркиә, Бахрейн, Белоруссия, Венесуэла, Вьетнам, Индонезия, Куба, Нигерия, Сенегал һәм Лаос. Делегаттар өсөн бай эшлекле программа әҙерләнде, Ул БРИКС киңлегендә халыҡ-ара мәҙәни-гуманитар һәм йәштәр хеҙмәттәшлеге, сәйәси һәм финанс-иҡтисади системала, глобаль хәүефһеҙлек архитектураһында һәм күп полярлыҡты формалаштырыуҙа берләшмә роле буйынса сессияларҙы үҙ эсенә ала. Шулай уҡ форумда Рәсәй һәм Башҡортостан Сит ил эштәре министрлыҡтары вәкилдәре, күренекле сәйәсмәндәр, иҡтисади эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, олимпиада һәм БРИКС уйындары еңеүселәре менән «түңәрәк өҫтәлдәр» үтә. Мәҙәни программа сиктәрендә делегаттарҙы Башҡортостандың тарихы һәм йолалары менән таныштыралар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм БРИКС илдәренең яңы ғәҙел донъя тәртибен формалаштырыуҙағы ролен юғары баһаланы.
- Дипломаттарҙың йәш быуынына үҙ дәүләттәренең тышҡы сәйәсәт курсын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға тура киләсәк, – тине төбәк етәксеһе. - Һеҙҙең фекер алышыуҙар, эксперт баһалары һәм конструктив тәҡдимдәр, һис шикһеҙ, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға, яңы профессиональ бәйләнештәргә, мөһим ҡарарҙар әҙерләүгә булышлыҡ итәсәк. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республика өсөн дуҫ илдәр менән мөнәсәбәттәрҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Башҡортостан - Рәсәйҙең тулайым эске продуктының яртыһынан күберәген тәшкил иткән ун алдынғы төбәге иҫәбенә инә. Үҫешкән сәнәғәт, бай тәбиғәт ресурстары, етди финанс һалыуҙар иҡтисадыбыҙҙы нығытыуға, социаль программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә, – тип билдәләне Республика етәксеһе Радий Хәбиров. - Башҡортостан-инвестиция әүҙемлеге, сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге буйынса илдә иң яҡшылар иҫәбендә. Беҙ донъяның йөҙҙән ашыу иле менән сауҙа мөнәсәбәттәрен һаҡлайбыҙ. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының йәш дипломаттар советы рәйесе Константин Колпаков үҙенең сығышында республика етәкселегенә ярҙамдары өсөн рәхмәт әйтте һәм форумда ҡатнашыусыларға емешле эш теләне.
- Йылы ҡабул иткәне һәм сараны яҡшы ойошторғаны өсөн Башҡортостанға рәхмәт. 2015 йылдан алып БРИКС илдәренең йәш дипломаттары форумын үткәреү буйынса башланғысыбыҙҙы хуплаған Ҡытай, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы һәм Бразилиянан коллегаларыма айырым рәхмәт белдерәм, – тип билдәләне Константин Колпаков. - Беҙ Өфөлә «БРИКС плюс»йүнәлеше буйынса эшләй алырлыҡ халыҡ-ара йәш дипломаттар ассоциацияһы филиалын урынлаштырырға тәҡдим итергә теләйбеҙ. Был ассоциация 2022 йылда ойошторолған һәм донъяның 40 иленән тышҡы сәйәси ведомстволарҙың 200 йәш хеҙмәткәрен берләштерә. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева республиканың БРИКС илдәре менән үҙ-ара эш итеүенең юғары кимәлен билдәләне.
- 2024 йылдың тәүге ярты йыллығында үҙ-ара тауар әйләнеше 10 процентҡа артҡан. БРИКС дәүләттәре Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнешенең өстән бер өлөшөн тиерлек тәшкил итә, – тип аңлатты Маргарита Болычева. - Был мөһим партнерлыҡты артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт хеҙмәттәшлеккә, технологиялар һәм ресурстар менән алмашыуға, берлектәге мәғариф һәм мәҙәни программаларҙы тормошҡа ашырыуға асыҡ. Республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров Башҡортостандың - Рәсәйҙең иң йәш төбәктәренең береһе булыуын хәтергә төшөрҙө.
- Йәштәребеҙ төрлө өлкәләрҙә, шул иҫәптән халыҡ – ара алмашыуҙа һәм хеҙмәттәшлектә әүҙем ҡатнаша, - тине Вито Сабиров. – Мәҫәлән, 2024 йылдың мартында Башҡортостан делегацияһы «СИРИУС»та Бөтә донъя йәштәр фестивалендә иң күп һанлыларҙың береһе булды. Шулай уҡ беҙҙең республика ил Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тәүгеләрҙән булып төбәк йәштәр дуҫлыҡ клубтарын ойоштороуҙа ҡатнаша башланы. Беҙ БРИКС илдәре менән дә әүҙем аралашабыҙ. Осрашыу аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инглиз телендә йәш дипломаттарға Өфөнөң 450 йыллығы уңайынан байрам сараларына саҡырыу менән мөрәжәғәт итте һәм дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Римма ҒӘЛИМОВА әҙерләне.