Бөтә яңылыҡтар

ӨС ТАҒАНЛЫ КӨН БУЛДЫ БЫЛ…

БАШҠОРТ ҠОРОЛТАЙЫНЫҢ СТРАТЕГИК СЕССИЯҺЫ БАШҠОРТ ҒАИЛӘҺЕ КӨНӨНӘ ТУРА КИЛДЕ Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында республиканың көньяғы өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы стратегик сессияһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаларының, урындағы ҡала һәм район активистарының "Ҡоролтай – 3.0" стратегик сессияһы күсмә ултырышы уҙҙы.

ӨС ТАҒАНЛЫ КӨН БУЛДЫ БЫЛ…
ӨС ТАҒАНЛЫ КӨН БУЛДЫ БЫЛ…

Ҡалабыҙҙа халыҡ-ара дуҫлыҡты нығытыу, башҡорт мөхитен танытыу, йәш быуынды милли рухта тәрбиәләү, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған  форум делегаттары башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тикшерҙе, киләсәккә төп бурыстар билдәләне. Сараны БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән үҙ-ара эш итеү бүлеге начальнигы Еналиев  Илгиз Руслан улы асты. Ул сарала ҡатнашыусыларҙы Изге Рамазан айы башланыу менән ҡотлап, форум эшенә уңыштар теләне.  

– Ике ай элек Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте, ул 5 йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Тимәк, киләһе биш йыллыҡҡа нимә менән сығырыбыҙҙы уйларға кәрәк. Киләһе биш йылға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының артабанғы үҫешенә стратегик ҡараш һалырға кәрәк, – тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты,  Юлдаш Мөхәммәт улы Йосопов.

Стратегик һөҙөмтәлекте асыҡлау

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) президиумы, башҡарма комитеты ағзаларының, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш райондары һәм Стәрлетамаҡ, Күмертау, Салауат ҡала округтары башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәренең һәм ағзаларының "Ҡоролтай – 3.0" стратеик сессияһында  6 йүнәлештә  эш алып барҙылар: мәктәпкәсә учреждениелар менән үҙ-ара эш итеү, йәштәрҙе "ҡоролтай хәрәкәте"нә йәлеп итеү, эшҡыуарҙар менән эшләү, ҡоролтай проекттарын медиа-пропагандалау, ҡоролтайҙың махсус хәрби операция, махсус хәрби операция ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өлкәһендәге эше, ата-әсәләр комитеты менән эшләү… Әйтәйек,  мәктәпкәсә учреждениелар менән үҙ-ара эш итеү буйынса күп кенә проблемаларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Ҡала шарттарында рус мөхитендә үҫкән балаларҙы әсә теленә өйрәтеүҙе мотлаҡ балалар баҡсаһында башларға кәрәк, тигән фекергә килде белгестәр. Ғаиләлә бала үҙ телендә аралашырға тейеш. Тик әлеге ваҡытта ата-әсәләр үҙҙәре башҡорт телен белмәй. Шуның өсөн ата-әсәләр менән берлектә эшләргә кәрәк. Шулай уҡ, йәштәрҙе ҡоролтай эшенә йәлеп итеү ҙә саралар үткәргәндә ҡатнашыуға ғына ҡайтып ҡалырға тейеш түгел. Улар киләсәктә әлеге ҡоролтай лидерҙарын алмаштырырлыҡ булырға тейеш. Эшҡыуарҙар менән эшләү юлдары ла төрлө. Әлеге ваҡытта бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре бихисап. Ҡоролтай проекттарын медиа-пропагандалауға килгәндә, интернет селтәрҙәре быға ифрат та зур таяныс. Төрлө гранттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге артты. Ҡоролтайҙың махсус хәрби операция, махсус хәрби операция ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү өлкәһендәге эше иһә бөгөн ил буйынса көнүҙәк мәсьәләләгә әйләнде, уларҙы урындағы хакимиәттәр, власть органдары, хәрби комиссариат ярҙамында атҡарып сығырға мөмкин. Был йәһәттән махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан 4 бала атаһы Ринат  Ҡултоманов  ярҙамынан ташламағандарға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе һәм ваҡытында килеп еткән ярҙамдың бөгөнгө һалдаттар өсөн мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ата-әсәләр комитеты менән эшләүгә килгәндә, балалар баҡсаһында булһынмы, мәктәптәрҙәме ата-әсәләр менән әүҙем эшләү зарур. Был эштең төп йүнәлеше - уларҙы һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн эске ресурстарҙы асыҡлау ине.

 

Мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа килгәйне

Сарала, шулай уҡ, оҙаҡ йылдар Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы Сәлиә Мырҙабаева, төрлө  Ҡоролтай  депутаттары "БСТ" журналистары Наил Юнысов, Гөлназ Ҡолһарина һәм махсус операциянан ялға ҡайтҡан Ринат Ҡултоманов,  РФ Дәүләт Думаһы депутаты, "Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)" Халыҡ-ара йәмғиәт ойошмаһы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының демография, һаулыҡ һаҡлау һәм ғаилә мәсьәләләре Буйынса комиссия ағзаһы,  Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Тарих фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамак филиалының Ватан тарихы кафедраһы доценты Ләйсән  Йосопова сараның Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, яҙҙың беренсе көнөнә һәм Изге Рамаҙан айының беренсе көнөнә тура килеүен һыҙыҡ өҫтөнә алып, форум эшенә уңыштар теләнеләр. Һуңынан эксперттар менән бергәләп стратегик йүнәлештәргә йомғаҡ яһанылар.

«Етегән» байрамы сиктәрендә

Төштән һуң Өфөнән килгән юғары ҡунаҡтар Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе сәхнәһендә үткән "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2025" республика конкурсы йомғаҡтары буйынса гала-концертта булды. Бынан ун йыл элек "Етегән" байрамы – ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө булараҡ барлыҡҡа килгән. Ә биш йылдан һуң был байрам сиктәрендә "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" республика конкурсы ойошторолдо. Был ваҡыт эсендә ул төбәк-ара статусҡа эйә булып, республика кимәлендә танылды. Быға илдең башҡа субъекттарынан вәкилдәрҙең ҡатнашыуы дәлил булып тора. Был юлы, мәҫәлән, ун дүрт финалист араһынан Ырымбур ҡалаһынан килгән  Шәйлиндар ғаиләһе лә сыҡты. Гала-концерт үткәреү датаһы ла осраҡлы һайланмаған: 1 март – ҡалала һәм республикала Башҡорт ғаиләһе көнө булараҡ билдәләнә. Конкурстың бурыстары булып, ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, мәҙәни традицияларҙы, туған телде һаҡлау тора. Ә был республика кимәлендәге мәртәбәле сараны ойоштороусылар булып, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһының халыҡтар дуҫлығы йорто, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе сығыш яһаны.

 "Бындай саралар илебеҙгә һәм мәҙәниәтебеҙгә ят байрамдарға альтернатива булып тора, – тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы. – Улар ғаилә бәйләнештәрен нығытыуға булышлыҡ итә, башҡа ғаиләләргә тиң булырға тейешле миҫалдар күрһәтә. Бөгөн был республикабыҙҙа демографик мәсьәләләргә һәм ныҡлы, сәләмәт ғаиләне популярлаштырыуға ҙур иғтибар бирелеүенә бәйле. Бында Стәрлетамаҡта йәштәр менән ҙур эш алып барыла. Был байрамда Башҡортостандан ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән күрше төбәктәрҙән дә ғаиләләрҙең ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы. Бер һүҙ менән әйткәндә, Стәрлетамаҡтар –  афариндар!".

Шулай уҡ,  конкурста ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, ҡала хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Айнур Юнысов ғаиләне нығытыу эшендә йәштәр өсөн ошондай сараларҙың мөһимлеген билдәләне.

 Республика конкурсына йомғаҡ яһалды

Быйыл "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсында 81 ғаилә ҡатнашты. Башланғыс этапта бәйге урындарҙа, һуңынан зона кимәлендә ойошторола. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, демография буйынса комитет рәйесе, РФ Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева етәкселегендәге жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың сығыштарын бер нисә номинация буйынса баһаланы, уларҙың һәр береһендә бер нисә еңеүсе билдәләнде. Шулай итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2025" конкурсының республика этабы еңеүселәре билдәләнде. Финалға сыҡҡан бәйгеселәрҙең материалдарын ҡарап, жюри ағзаларының ҡарары менән урындар асыҡланды.  Гран-приға Хәйбулла районының Степной ауылынан Ҡудашевтар ғаиләһе лайыҡ булды. "Ғаилә ижады" номинацияһы буйынса Белорет ҡалаһынан 1-се урында Шәғәлиндар ғаиләһе, 2-се урында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ҡарасуриндар ғаиләһе, 3-сө урында Мәсетле районының Һөләймән ауылынан Зәйнетдиновтар ғаиләһе.

"Ғаилә кәсебе" номинацияһы буйынса 1-се урында – Әбйәлил районы Асҡар ауылынан Сибәғәтуллиндар ғаиләһе, 2-се урынға – Миәкә районының Тамъян-Таймаҫ ауылынан Мәхийәновтар ғаиләһе лайыҡ, 3-сө урын Йылайыр районының Юлдыбай ауылынан Хамматовтар ғаиләһендә.

"Ғаилә ҡиммәттәре" номинацияһында 1-се урында – Салауат районының Янғантау ауылынан Алтынбаевтар ғаиләһе, 2-се урында Октябрьский ҡалаһынан Харрасовтар ғаиләһе, 3-сө урында Ҡырмыҫҡалы районының Баҡсалы ауылынан Алдаҡаевтар ғаиләһе. Шулай уҡ, махсус номинациялар буйынса түбәндәге ғаиләләр лайыҡ булды: "Мираҫлы ғаилә" номинацияһында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан  Сәйфуллиндар. "Йәш ғаилә" номинацияһында Сибай ҡалаһынан Сәғәҙәтовтар. "Илһөйәр ғаилә" номинацияһында Салауат ҡалаһынан Иҙрисовтар. "Рухлы ғаилә" номинацияһына Ырымбур ҡалаһынан – Шәйлиндәр.

 

Ә  бына "Бай рухи мираҫлы ғаилә" махсус номинацияһында ҡалабыҙҙан Сәйфуллиндар ғаиләһе еңеүсе булды. "Ғаилә ижады" номинацияһында икенсе урын алған Ҡарасуриндарҙың ижади ғаиләһе айырылып торҙо. Фәнил Филүс улы һәм Сәлимә Шәфҡәт ҡыҙы Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры сәхнәһендә тыуҙырған сағыу образдары менән театр сәнғәтен һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уларҙың өйләнешеүҙәре лә бик ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡҡан әле. Уныһы ла видео яҙмаһы аша тамашасыларға мәғлүм булды. Әлбиттә, беҙ үҙебеҙҙең ҡала еңеүселәре өсөн ғорурланып ултырҙыҡ. Фанфарҙар яңғырап, сараның иң тантаналы мәле етте. Эльвира Айытҡолованы һәм республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәновты сәләмләгәндән һуң, сәхнәгә Хәйбулла районының Степной ҡасабаһынан Ҡудашевтар ғаиләһе саҡырыла. Режиссер Фәнис Кәримов әҙерләгән кисәне Театр-концерт берләшмәһенең һәм байрамда ҡатнашыусыларҙың номерҙары биҙәне. Байрам "Ритайым" йәштәр программаһы менән тамамланды. Әлбиттә бынан тиҫтә йыл элек ошо "ЕТЕГӘН" байрамын уйлап тапҡан һәм уны тормошҡа ашырған һоҡланғыс шәхес Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосоповаға шундай матур күңел байрамы өсөн ҙур рәхмәт!

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар : ҡала башҡорттары ҡоролтайы сайтынан.

 

ҺҮҘ САРАЛА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҒА:

Эльвира Айытҡолова, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты, филология фәндәре кандидаты:

– Форум бик уңышлы үтте. Бындай тәүге сессия Өфөлә уҙғарылғайны. Хәҙер зона стратегик сессиялары үткәрелә. Был форум уларҙың береһе. Артабан һәр район, тораҡ пункттар кимәлендә стратегик мәсьәләләр һәм бурыстар тикшереләсәк. Был сессияларҙың төп бурысы – мөмкин тиклем киң аудиторияны ҡоролтай эшенә урындарҙа әүҙем йәлеп итеү. Сессия делегаттары фекеренсә, был эштә һәр кемдең фекере мөһим. Эште йыл һайын билдәле бер тематикаға бағышлайбыҙ. Хәҙергеһе, билдәле булыуынса, Ватанды һаҡлаусыларға арнала. Сессия брендлы сара, ул шулай уҡ ошо йыл сиктәрендә ойошторола. Сессияның көнүҙәк мәсьәләләре араһында – махсус хәрби операция яугирҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, балалар, үҫмерҙәр, эшләүсе йәштәр, эшҡыуарҙар, педагогтар, төрлө кимәлдәге етәкселәр менән эшләү һ.б. Бер һүҙ менән әйткәндә, маҡсатлы аудитория менән эшләү күҙ уңында тотола.

Земфира ИБРАКОВА, "Хазина" фольклор төркөмө етәксеһе, стратегик сессияла ҡатнашыусы:

– Беҙҙең төркөмдә 7 кеше ҡатнашты. Ғафури районы Ҡоролтай рәйесе Фаил Зәйнетдинов һәм 4 ҡоролтай ағзаһы, Ишембай районы Ҡоролтай рәйесе Салауат Солтанморатов һәм бер ҡоротай ағзаһы, мин модератор булдым. Беҙҙең тема буйынса мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың күп кенә проблемаларын күтәрҙек. Ҡала шарттарында рус мөхитендә үҫкән балаларҙы әсә теленә өйрәтеүҙе мотлаҡ балалар баҡсаһында башларға кәрәк. Ғаиләлә бала үҙ телендә аралашырға тейеш. Тик әлеге ваҡытта ата-әсәләр үҙҙәре башҡорт телен белмәй. Шуның өсөн ата-әсәләр менән берлектә саралар үткәреп торорға кәрәк. Балалар баҡсаларында эшләгән тәрбиәселәр өсөн махсус курстар ойоштороу зарур. Методик базаны ҡайтанан ҡарарға кәрәк, балалар өсөн әҙәби китаптар, интерактив уйынсыҡтар, электрон әсбаптар сығарыу мотлаҡ. Республика, ҡала кимәлендә махсум эксперименталь майҙансыҡтар – балалар баҡсалары, мәктәптәрҙе башҡорт телендә асыу кәрәк. Милли ойошмалар – "Ағинәйҙәр", "Атайсал" – тығыҙ бәйләнештә эшләһендәр ине. "Тамыр" студияһы килеп, талантлы балаларға кастинг үткәрһә шәп булыр. Балалар өсөн республика күләмендә башҡорт телендә конкурстар, полиолимпиадалар үткәреп, еңеүселәрҙе баш ҡала сәхнәләрендә бүләкләү мотлаҡ. Ҡала, район телевидениеһына балаларҙың сығышын халыҡҡа күрһәтеү зарур. Ата-әсәләр менән балалар баҡсалары берлектә әүҙем эшләргә тейеш (байрамдар, йолалар, оҫталыҡ дәрестәре, форумдар). Был стратсессияла ҡуйған проблемалар бойомға ашһын, балаларыбыҙ көслө рухлы башҡорт итеп тәрбиәләнһен, милләтәбеҙ мәңге йәшәһен, донъяға, илебеҙгә, тыуған республикабыҙға – тыныслыҡ, ғәзиз халҡыбыҙға именлек килһен!!!

Мәрйәм ҠАҺАРМАНОВА, филология фәндәре кандидадаты, доцент:

– Ыңғай эмоциялар ташып тора тип әйтергә мөмкин! Был ваҡиға беҙҙең күҙ алдында мөхәббәт һәм ғаилә гармонияһы кеүек дөйөм кешелек ҡиммәттәрен раҫлаусы традицияның нисек барлыҡҡа килеүен күрһәтә, улар үҙ-ара ихтирамға, көндәлек тормошта, көнкүрештә мөнәсәбәттәр мәҙәниәтенә нигеҙләнгән.

Эльвира Айытҡолова үҙенең сығышында бөйөк Лев Толстойҙың (әйткәндәй, һигеҙ бала атаһы) бәхетле ғаиләләр тураһында һүҙҙәрен килтерә. Беҙ, залдағы тамашасылар, ысынлап та, бер-беребеҙгә оҡшаш бәхетле ғаиләләр, әммә бер үк ваҡытта төрлөсә талантлы ғаиләләрҙе күрҙек. Улар оҫта башҡарылған бейеүҙәрҙе, йырҙарҙы, халыҡ музыка ҡоралдарында уйнауҙарын һәм хатта уңышлы башҡарылған комик видеоларҙы рәхәтләнеп ҡараныҡ. Сәхнә тамашаһында ғаиләләрҙең балалары ҡатнаша, һәм был сәхнәләге балалар өсөн дә, тамаша залындағы балалар өсөн дә мөһим тәрбиәүи фактор булып тора. Был данлы традицияның артабан да дауам итеүен теләйем, сөнки ул ғаилә тарихының, республикабыҙ, тотош илебеҙ тарихының бер өлөшө булып китеүен күрһәтә.

Ҡудашевтар ғаиләһе, Хәйбулла районы:

– Бындай конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ. Төрлө тарафтан килгән ғаиләләр менән ярыш сәмен генә түгел, башҡорт ғаиләләренең ғәмен дә күреп, аралашып, үҙ-ара дуҫлашып бөттөк. Бындай саралар киләсәктә ҡаҡшаған ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеренә, үҫтереренә иманыбыҙ камил.

Земфира Усманова, Күмертау ҡалаһының 10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы:

- Беренсенән, Стәрлетамаҡтарға рәхмәт  «түңәрәк өҫтәл»дәр ойошторғанға, һәр беребеҙ күтәрелгән проблемалар буйынса сығыш яһап өлгөрҙөк, фекер алыша алдыҡ, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Махсус хәрби операция буйынса ярҙам итергә өйрәндек. Йәштәр менән эшләү буйынса ла уҡытыусы булараҡ эш алып барабыҙ бит инде. Улар ҡоролтай менән бергә эшләй. Беҙҙең ата-әсәләр менән эшләү йүнәлешенә килгәндә,  беҙ ата-әсәләр менән хәбәрдар булырға тейешбеҙ . Элек беҙҙең ҡоролтай ағзалары аҙнаның йәки айҙың бер көнөндә телефонда дежур итәләр ине. Улар ата-әсәләрҙән килгән һорауҙарҙыҡабул итеп, күтәргән мәсьәләләрҙе хәл итәләр ине. Хәҙер инде был эш сайттарға тура мөрөжөғәт итеү юлы менән хәл ителә. Башҡорт теле балалар баҡсаларына индерелгән, мәктәптәрҙә дәүләт теле  булараҡ өйрәнелә, туған тел булараҡ сәғәттәр әҙерәк ҡалдырылды, әлбәттә. Ата-әсәләргә ҡоролтай нәмә эшләгәнен һәм һорауҙар килеп тыуғанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклекте белергә кәрәк.Ғариза яҙыу килеп тыуғанда бәхәстәр булғылай. Беҙҙә Искужин исемендәге прогимназия бар, шунда балалар баҡсаһынан килеп 4 йыл уҡыйҙар ҙа, республика гимназияһына китәләр. Был йәһәттән беҙҙә бик отошло. Полилингваль мәктәптәр асыла, әммә улар бәхәсле Күсәгилешлелек дауам итә. Ҡоролтай ойошторған бындай саралар бик файҙалы, башланған эштәр дауамлы булһын.

 

 

ӨС ТАҒАНЛЫ КӨН БУЛДЫ БЫЛ…
ӨС ТАҒАНЛЫ КӨН БУЛДЫ БЫЛ…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас: