Башҡортостан 2024 йылда «Иң яҡшы муниципаль тәжрибә» Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы ҡатнашты. Был хаҡта 20 октябрҙә аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Мәҫәлән, Бишбүләк районының Каменка ауыл советы «Ҡала төҙөлөшө сәйәсәте, халыҡтың уңайлы йәшәү мөхитен тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү» номинацияһында беренсе урын өсөн 20 миллион һум күләмендә федераль финанслау алды. Әбйәлил районының Ташбулат ауыл советы «муниципаль берәмек территорияһы менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыу» номинацияһында икенсе урын яуланы һәм 15 миллион һум аҡса йәлеп итте. Дүртөйлө ҡалаһы «Һанлы технологиялар һәм платформалы ҡарарҙар индереү юлы менән ҡала хужалығын яңыртыу» номинацияһында («Аҡыллы ҡала) дүртенсе урын һәм 20 миллион һум аҡса алды.
. - Конкурста ҡатнашҡан һәм иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән һәр кемгә афарин тиергә ҡала. Беҙҙең муниципалитеттарға бөтәһе 55 миллион һум федераль аҡса бүленде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Республика Башлығы.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото: интернеттан алынды.