Осрашыуҙың эшлекле өлөшөндә вәкиллектең ике йыллыҡ эшенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә пландар һәм бурыстар, яңы үҫеш йүнәлештәрен һәм үҫеш нөктәләре билдәләнде. Марина Ҡорбанғәлиева – “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” төбәк бүлексәһе рәйесе, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы вәкиллектең беренсе етәксеһе хоҡуғында, үҙенең сәләмләү һүҙендә ассоциацияның төбәктәге эшмәкәрлеге масштабы тураһында һөйләне, һуңғы ике йылда берләшмәнең динамик үҫеше һөҙөмтәләрен күҙ алдына баҫтырҙы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы вәкиллек етәксеһе Анна Захарова яңы эш башлаған эшҡыуарҙарға ярҙам тураһында бәйән итте, бөгөн йәмғиәттә социаль әһәмиәтле һәм коммерция йәһәтенән уңышлы проекттарҙы тормошҡа ашырыусы тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, үҙ эшенең оҫталары әүҙем эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. Етәксе урынбаҫары Ольга Бойкив ҡатнашыусыларыбыҙҙың уңышлы кейемдәре тураһында матур фекерҙәр еткерҙе.
Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары араһында: Эмиль Шәймәрҙәнов – Стәрлетамаҡ ҡалаһы башлығы, Айнур Юнысов – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, Татьяна Полушкина – Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Минең бизнесым” үҙәге етәксеһе, Катерина Ерофеева – ҡала эшҡыуарҙары Ассоциацияһы рәйесе, Светлана Беляева “Рәсәй терәге” төбәк бүлексәһе рәйесе – башҡа ҡалаларҙың “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” вәкилдәре, партнерҙар һәм ҡунаҡтар бар ине. Эмиль Шәймәрҙәнов ассоциацияһының Стәрлетамаҡта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
Анна Захарова һәм Оксана Петрова, әүҙем ҡатнашыусылар һәм ҡатын-ҡыҙҙар эшҡыуарлығын һәм социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн бүләкләнде. Башҡортостан Республикаһының мәғариф эшмәкәрлеге буйынса комитет етәксеһе Вера Ротова шәхси брендтың “Чек-ап”ын үткәрҙе. Күптәр бүләкһеҙ китмәне, етәксе урынбаҫары Диана Грешнова викторина үткәрҙе, иғтибарлы һәм белемле бөтә әүҙем ҡыҙҙарға бүләктәр тапшырылды.
Сараның рәсми өлөшөнән һуң ҡунаҡтарҙы “Йәнле медитация” халыҡ-ара китабы авторы, билдәле блогер Рәмил Әхтәрәев менән йылы мөхиттә аралашыу бәхете көттө. Артабан ижади оҫталыҡ дәрестәренең бай программаһында Башҡортостан Республикаһы буйынса ассоциацияның бьюти-комитеты етәксеһе Жанна Садовникованың “Үҙгәртеү” проекты, шулай уҡ Оксана Петрованың сәскә-зефир композицияларын булдырыу буйынса оҫталыҡ дәресе һәм Екатерина Кривохаттың “Зефир флористикаһы студияһы”, Лилия Юдинаның һынлы сәнғәт буйынса арт-практикаһы, Ольга Карпенконың трансформация уйындары һәм практикаһы сәй бүлмәһе барыһына ла хуш килде.
Анастасия Самойлованың хәйриә акцияһы айырыуса иғтибарға лайыҡ, “үҙенсәлекле” балалар сувенирҙар һәм бүләктәр әҙерләгән, уларҙы һатып алып, хәйриә акцияһында ҡатнашырға мөмкин булды сарала ҡатнашыусыларға. Бынан тыш ҡунаҡтар өсөн ӨФөнән Айгөл Усманованың Кейтерингыһынан кофе-брейк зонаһы ойошторолдо һәм Эшҡыуарҙар ассоциацияһы ағзаларының продукцияларын тәмләп ҡарарға мөмкин ине. Сара иҫ киткес рухи һәм илһамлы мөхиттә үтте, сара ҡатын-ҡыҙҙарҙың барыһында берләштерҙе, улар өсөн бизнес ул – эш кенә түгел, ә йәшәү рәүеше, үҙ-үҙен тормошҡа ашырыу юлы һәм илһам сығанағы. Ҡала хакимиәте программаның юғары кимәлдә ойошторолоуын һәм йөкмәткеле булыуын билдәләне, ә ҡунаҡтар үҙҙәре менән көс-ҡеүәт, һәм ҡатын-ҡыҙҙар бизнесын үҫтереү мөмкинлектәренә ышанысты алып таралышты.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар “Минең бизнес” үҙәге сайтынан алынды.