Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
26 Февраль , 11:58

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ АЛҒА СЫҒА

Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2026-2030 йылдарға йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткә әҙерләү программаһын раҫлау тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. "Башинформ"ға билдәле булыуынса, документты өйрәнгәндән һуң, программа өс этапта тормошҡа ашырыласаҡ.

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ АЛҒА СЫҒА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ АЛҒА СЫҒА

Беренсеһендә, 2026 йылға иҫәпләнгән, патриотик тәрбиә биреү системаһының норматив-хоҡуҡи базаһын һәм үҫеш механизмдарын әҙерләргә кәрәк. Икенсе этапта (2027-2029 йылдар) төбәктә шарттар булдырыласаҡ һәм тәрбиә эше алып барыласаҡ. Өсөнсө этапта (2030 йыл) үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү программаһын үҙгәртеүҙең һөҙөмтәлелеген баһалайҙар. Финанслау күләме - 2 миллиард һум, уларҙың яртыһы федераль бюджеттан бүленә. Программа сиктәрендә республикала спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар булдырыласаҡ, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең талантын һәм потенциалын асыҡлаясаҡ һәм үҫтерәсәк, уларҙы ирекмәнлек эшмәкәрлегенә йәлеп итәсәк, эске һәм тышҡы хәүефкә ҡаршы торорға өйрәтәсәк, хәрби хеҙмәттең абруйын күтәрәсәк, традицион халыҡ ҡиммәттәрен яҡлаясаҡ һәм алға ебәрәсәк. Бынан алда  Өфө мәктәптәренең өлкән класс уҡыусыларының «Патриот»паркында биш көнлөк йыйылыштар үтеүе тураһында «Башинформ»яҙғайны. Программа үҙ эсенә ут, тактик, строй, медицина, инженер әҙерлеге, парашют-десант әҙерлеге, радиация, химик һәм биологик һаҡлау, БПЛА идара итеү күнекмәләре нигеҙҙәре һәм башҡа дисциплиналар буйынса теоретик һәм практик дәрестәрҙе үҙ эсенә ала.

Р.ҒӘЛИМОВА.

ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ АЛҒА СЫҒА
ИЛҺӨЙӘРЛЕК ТӘРБИӘҺЕ АЛҒА СЫҒА
Автор: Римма Галимова
Читайте нас