Бөтә яңылыҡтар

БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ

Башҡортостандан бер юлы биш проект «Хеҙмәт итеү» Бөтә Рәсәй муниципаль премияһы тәүге  топ-110 башланғыстарына инде.

БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ
БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ

 Быйыл бөтәһе 63 меңдән ашыу ғариза килгән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөҙөмтәне лайыҡлы тип атаны, әммә республиканың муниципаль хеҙмәткәрҙәре командаһын күберәк лайыҡлы тип иҫәпләй. Быға Башҡортостанда йәшәүселәр ярҙам итә ала. 6 апрелгә тиклем дәүләт хеҙмәттәре порталында иң яҡшы проекттар өсөн халыҡ тауыш бирә, һылтанма буйынса тауыш бирергә мөмкин. Һәр номинацияла проект өсөн бер тапҡыр ғына тауыш бирергә була. Һәм ҡайһы бер проекттарыбыҙ бер үк номинацияла тәҡдим ителде. Быйыл юғары муниципаль наградаға дәғүә итеүселәр:

Туймазы  районынан ГО һәм Ғәҙәттән  тыш хәлдәр бүлеге белгесе Динара Ғабдрахимова, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, күрше балаларҙы янғындан ҡотҡарған;

Туймазы районы Ғафури ауыл советы депутаты Ринат Ғарифуллин – йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү һәм хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙҙең ғаиләләренә ярҙам итеү менән әүҙем шөғөлләнгән махсус хәрби операция ветераны һәм имам-хатиб;

Өфө районы башлығы Николай Ельников һәм уның «Z быуыны» проекты – район, ЛНР-ҙың «Ҡыҙыл нур» Һәм Беларусь уҡыусыларын берләштергән йәштәр хәрәкәте;

 Өфөнөң «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапова һәм уның «Полинаның балаларға булмаған шиғырҙары» патриотик башланғысы. Өфө уҡыусыһы Полина Дудко баштан уҡ яугирҙәрҙең уға ебәргән патриотик шиғырҙарын видеоға төшөрә, госпиталдәрҙә һәм азат ителгән территорияларҙа хәрбиҙәр алдында сығыш яһай;

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се ҡала  клиник дауаханаһының баш табибы Илшат Яппаров дауаханала ысын «Хәстәрлек хеҙмәте» ойоштора алды. Уның проекты тәүлек әйләнәһенә ҡыҙыу линияны, социаль селтәрҙәрҙе күҙәтеүҙе һәм пациенттарға дауахананан сыҡҡандан һуң шылтыратыуҙы берләштерә.

 "Тауыш биреү нисек кенә тамамланмаһын, республика һәр кем менән ғорурлана», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. -  Барығыҙҙы ла сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм, әлбиттә, конкурста еңеүегеҙҙе теләйбеҙ!»

Р.ҒӘЛИМОВА.

Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрендәге сәхифәһенән алынды.

БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ
БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ
БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ
БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ
БЕР ЮЛЫ – БИШ ПРОЕКТ
Автор: Римма Галимова
Читайте нас