Ашҡаҙар
+5 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Апрель , 12:15

«ДӘҮЛӘТ ЭШЕ» ЙӨКЛӘМӘҺЕ

Республикала 13 меңдән ашыу студентты эшкә урынлаштырырға ниәтләйҙәр Был 2025 йылға ҡарағанда 23,5% күберәк.

«ДӘҮЛӘТ ЭШЕ» ЙӨКЛӘМӘҺЕ«ДӘҮЛӘТ ЭШЕ» ЙӨКЛӘМӘҺЕ
«ДӘҮЛӘТ ЭШЕ» ЙӨКЛӘМӘҺЕ

Башҡортостандың республика студенттар отрядтары штабы студенттар  өсөн 10 ведомствонан, шул иҫәптән ауыл хужалығы, сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, төҙөлөш, транспорт, ер мөлкәте министрлыҡтарынан һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса төбәк дәүләт комитетынан өс меңдән ашыу вакансия әҙерләгән. Шулай уҡ республикала тәүге тапҡыр округ статусы проектын ойошторорға планлаштыралар.

"Төбәк — ара хеҙмәт проекты» Республика  клиник психиатрия дауаханаһында 50 студент ҡатнашлығында икенсе йыл эшләйәсәк, - тип һөйләне Башҡортостандың студент отрядтары амбассадоры Олег Балашов. - Шулай уҡ быйыл алты йүнәлеш буйынса (производство, ауыл хужалығы, сервис, төҙөлөш, педагогик һәм медицина) 53 төбәк хеҙмәт проектын тормошҡа ашырыу планлаштырылған». Был проекттар сиктәрендә республика штабы студенттар отрядтарының 5 меңдән ашыу ағзаһын эшкә урынлаштырырға планлаштыра, ә проекттарҙа ҡатнашмаған студенттарҙың  ҡалған өлөшө республиканан ситтә хеҙмәт проекттарында ҡатнашыу өсөн ебәреләсәк. Йыл аҙағына 13 меңдән ашыу студентты эшкә урынлаштырыу күҙаллана. Был 2025 йыл менән сағыштырғанда 23,5% күберәк«, — тине Балашов. Бынан алда Башинформ Башҡортостан Башлығының эш биреүселәр менән осрашыуы һәм студенттарҙы эшкә урынлаштырыу йәһәтенән йөкләмәһе тураһында хәбәр иткәйне. Радий Хәбиров был мәлде «Дәүләт эше»тип атаны.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фото: интернеттан алынды.

«ДӘҮЛӘТ ЭШЕ» ЙӨКЛӘМӘҺЕ
«ДӘҮЛӘТ ЭШЕ» ЙӨКЛӘМӘҺЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас