

- Алда һеҙҙең тормоштоң мөһим этабы. Йыл дауамында һеҙ хәрби хеҙмәт үтәсәкһегеҙ, хәрби эште өйрәнәсәкһегеҙ. Һеҙҙең физик яҡтан нығыныуығыҙҙы, әхлаҡи яҡтан тотороҡлораҡ булыуығыҙҙы һәм тыныс тормошта ла кәрәкле хәрби әҙерлек нигеҙҙәрен алыуығыҙҙы теләйем. Стәрлетамаҡ - йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә айырыуса иғтибар бүленгән уникаль ҡала. Беҙҙә ике өҙлөкһөҙ әҙерлек үҙәге эшләй, белем биреү учреждениеларында башланғыс хәрби әҙерлек кабинеттары бар. Көслө ветерандар хәрәкәте - ул беҙҙең таянысыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ. Бер йылдан һуң һеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуғыҙҙы көтәбеҙ, - тине Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов.
Ҡаланың хәрби комиссары, подполковник Анатолий Ревунов, характерҙы формалаштырыу өсөн хеҙмәттең мөһимлеген билдәләне:
"Тыуған илде һаҡлау-һәр ир-егеттең төп бурыстарының береһе. Хеҙмәт еңел булмаясаҡ, әммә тап ул характерҙы нығыта һәм яуаплылыҡҡа өйрәтә. Хәрби-иҫәп һөнәрен үҙләштергәндә, ата-бабаларҙың традицияларын дауам итеп, кәрәкле күнекмәләргә һәм оҫталыҡҡа эйә булырһығыҙ. Беҙ һеҙҙе бында бер йылдан һуң көтәбеҙ.
«Набат " ойошмаһы рәйесе Илдус Маняпов призывниктарҙы ветерандар исеменән ҡотланы:
"Набат йәмәғәт ойошмаһынан, Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарынан һәм бөтә ветеран ойошмаларынан һеҙҙе хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө менән ҡотлайым. Башҡорт һалдаты һәр ваҡыт үҙенең көсө, сыҙамлығы һәм лайыҡлы хеҙмәте менән дан тота. Һеҙҙең дә, балалар, үҙегеҙҙе лайыҡлы тотоуығыҙҙы, көслө рухлы булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.
Артабан Стәрлетамаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм йәмәғәт берекмәләре менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Ирина Григорьева һәм Рәсәй Афғанстан ветерандары союзының Башҡортостан республика ойошмаһы идараһы рәйесе Сергей Балмасов ҡушылды. Улар хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға лайыҡлы хеҙмәт үтергә, йолаларға тоғро ҡалырға һәм намыҫ менән өйҙәренә ҡайтырға теләк белдерҙе. Сараны иузыкаль яҡтан «Водолей»ансамбле «Антрэ» хореография ансамбле биҙәне.Һуңынан Тамашасылар алдында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Инсаф Ғәлимов, Миңлеғәли Хөснөтдинов һәм Радик Ғәлимйәновтың «Иркен» ансамбле башҡарған йырҙар йөрәктән-йөрәккә етте. Иҫән-имен йөрөһөн яҙғы саҡырылышҡа эләккән егеттәребеҙ, бер йылдан һуң күрешергә яҙһын!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Автор фотолары.