Ашҡаҙар
+23 °С
Облачно

БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР

Яңыраҡ  Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә психологик, социаль һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү буйынса «Ватанды һаҡлаусылар» республика акцияһы үтте.

БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘРБЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР

 Консультацияны Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Ауырғазы райондары һәм Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалары халҡы ала алды. Берҙәм ҡабул итеү көнө эшендә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы, Рәсәй Оборона Министрлығының Хәрби-социаль үҙәге, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы, Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, республиканың нотариаль палатаһы, Башҡортостандың Дәүләт юридик бюроһы, республиканың Хәрби комиссариаты, БР Федераль суд приставтары хеҙмәте, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын һәм именлекте яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы, Рәсәйҙең Социаль фонды белгестәре ҡатнашты, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһының республика клиник наркология диспансеры һәм ҡала дауаханаһы хеҙмәтҡәрҙәре лә ҡабул итте.
Махсус хәрби операция ветерандары  һәм уларҙың ғаилә ағзалары һорауҙар бирә һәм берҙәм тәҙрә форматында аңлатмалар ала алды. Бөтәһе 300-ҙән ашыу кешенән 850-нән ашыу мөрәжәғәт килгән. Һорауҙар федераль һәм төбәк түләүҙәренә, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләүгә, хәрби хеҙмәткәрҙең бәлиғ булмаған балаларына алимент түләүҙәренә, торлаҡ мәсьәләләренә, ғаилә ағзалары өсөн льготаларға һәм ярҙам сараларына һәм башҡа темаларға ҡағылды. Консультацияларҙан тыш, Стәрлетамаҡта «Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы» осрашыуы үтте. Был «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының уникаль проекты. Ышаныс һәм ярҙам атмосфераһында уңайлы өҫтәл артында махсус хәрби операция геройҙарының ветерандары һәм ата-әсәләре йыйылды.
- «Үҙ ғаилә ҡунаҡханаһы» проекты дүрт йыл эсендә ун меңдән ашыу ҡатнашыусыны берләштерҙе. Беҙ һәр ғаиләнең иғтибарыбыҙҙы һәм ярҙамыбыҙҙы даими нигеҙҙә тойоуын теләйбеҙ. Ғаилә ҡунаҡханаһы форматындағы осрашыуҙар ышаныслы, рәсми булмаған шарттарҙа ветерандарҙы, ата-әсәләрҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен яҡынайтырға мөмкинлек бирә. Сәй эсеп аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм ябай кеше ҡатнашлығы ҡайһы берҙә матди ярҙам сараларына ҡарағанда ла күберәк кинәнес бирә. Бындай осрашыуҙар ҙур һорау менән файҙаланды, һәм беҙ уларҙы дауам итәсәкбеҙ, – тип билдәләне «Ватанды һаҡлаусылар» фондының БР буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина.

Фонд етәксеһе әүҙем йәмәғәт һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге алып барған махсус хәрби операцияға алыныусыларҙың аталарына һәм әсәләренә  «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы» төбәк бүлексәһенең  «Ватанды һаҡлаусы атаһы» йәмәғәт миҙалын һәм «Милләт әсәһе» республика Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары йәмғиәтенең Рабиға Ҡушаева исемендәге йәмәғәт миҙалын тапшырҙы. Бынан тыш, ветерандарға һәм махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларға  «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының Башҡортостан буйынса Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Фотолар: ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте бүлегенән алынды.

Һүҙ сарала ҡатнашыусыларға:

- Махсус операция башланған йылда уҡ улым  Илвир мобилизация буйынса алынғайны, 2024 йылда һәләҡ булды. Үлгәненә һаман ышанмайым, сөнки цинҡ табутта йөҙөн күрмәйенсә ерләнек. Оҙата килгән иптәштәре лә төрлөсә һөйләнеләр. Әле документтарын табырға ярҙам итеүҙәрен һорап килдек.

                                                    Рәсимә Ҡоҙайғолова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

- Ишембай районы Яр Бишҡаҙаҡ ауылынан килдем, 2024 йылда махсус хәрби операцияға  киткән иптәшем Самат  шул йылда уҡ һәләҡ булды. Тейешле түләүҙәрҙе юлларға ине…Бәлки, боҙ урынынан ҡуҙғалыр.

                                                      Гөлнур Хафизова, ирен юғалтҡан ҡатын.

 

 

 

 

 

БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
БЕР ТУҒАНДАР ҺЫМАҠ КҮРЕШТЕЛӘР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас