Ашҡаҙар
+23 °С
Облачно

ТӘҮГЕ ЛАЙЫҠЛЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан»тәүге миҙалдарын тапшырҙы.

ТӘҮГЕ ЛАЙЫҠЛЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕТӘҮГЕ ЛАЙЫҠЛЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ
ТӘҮГЕ ЛАЙЫҠЛЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ

Тантана кисә, 7 майҙа, Өфөнөң Совет майҙанында үтте. Был хаҡта төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәге үҙ вазифаһында хәбәр итте. Яңы дәүләт наградаһы Республика Башлығының 2026 йылдың 6 апрелендәге указы менән булдырылды. Миҙал менән махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле ирекле, хәйриә һәм гуманитар ярҙам, гуманитар йөк йыйыуҙа һәм ташыуҙа ярҙам иткән, шулай уҡ махсус хәрби операция зонаһында бурыстарҙы туранан-тура үтәгән кешеләр бүләкләнә. Яңы награданың тәүге кавалерҙары 45 кеше була. Бүләкләнеүселәр араһында - медиктар, төҙөүселәр, ирекмәндәр, меценаттар, водителдәр, предприятие директорҙары, ветерандар һәм хәрбиҙәр. Беренсе номерлы миҙал республика хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа тапшырылды.

Фото "Башинформдан" алынды.

ТӘҮГЕ ЛАЙЫҠЛЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ
ТӘҮГЕ ЛАЙЫҠЛЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас