

Программа сиктәрендә Социаль фонд инвалид граждандарҙы, махсус хәрби операция ветерандарын, МХО-ла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларын, шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларҙың һәм инвалид балаларҙың яңғыҙ һәм күп балалы ата-әсәләрен эшкә урынлаштырыусы эш биреүселәргә субсидиялар бирә. Программала ҡатнашыу өсөн хеҙмәткәр тулы көнгә рәсмиләштерелергә, ә уның эш хаҡы минималь эш хаҡынан кәм булмаҫҡа тейеш. Дәүләт ярҙамы намыҫлы эш биреүселәргә генә бирелә: уларҙың хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү, шулай уҡ һалымдар һәм штрафтар буйынса бурыстары булырға тейеш түгел.
Субсидия алыу өсөн эш биреүсегә “Рәсәйҙә эш” порталында булған вакансияларҙы күрһәтеп, шәхси кабинет аша ғариза биреү етә. Республика халыҡ мәшғүллеге үҙәге һәм “Рәсәйҙә эшләү” кадрҙар үҙәктәре ошо субсидияларҙы алыуҙа кәңәш бирә һәм ярҙам итә.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Сергей ЩИПАКИН, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса “Рәсәй эше» Кадрҙар үҙәге директоры:
– “Рәсәй эше” кадрҙар үҙәге теләгән һәр кемде йыш ҡына вакансиялар йәрминкәләренә саҡыра. Йәрминкә сиктәрендә килеүселәр төрлө тармаҡ компанияларынан тәҡдимдәр менән таныша, шулай уҡ социаль контракт нигеҙендә эшкә урынлаштырыу, ҡайтанан уҡытыу, квалификацияны күтәреү һәм адреслы социаль ярҙам алыу мәсьәләләре буйынса мәшғүллек үҙәге белгестәренән консультация ала. Компаниялар иһә ошо йәрминкәләр сиктәрендә хеҙмәткәр табып, субсидия алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн беҙгә мөрәжәғәт итеү етә.
Һуңғы йылдарҙа республикала эш менән тәьмин итеү сәйәсәтенә ҡараш яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, төбәк етәкселеге кешеләр лайыҡлы эш тапһын, ә иң мөһиме - рәсми эш йәки яҡланған социаль гарантиялар алһын өсөн барыһын да эшләй.