

Проектты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте булышлығында «Рәсәй терәге», бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ корпорацияһы, «Ватанды Һаҡлаусылар» фонды менән берлектә Берҙәм Рәсәй ойошторҙо. «Үҙ бизнесың» программаһының төп маҡсаты - ғәмәли белем алыу, профессиональ ярҙам алыу һәм үҙ эшеңде башлау мөмкинлеге биреү. Программала:
- эксперттарҙан лекциялар
- уҡытыусылар менән кәңәшләшеү
- бизнесты башлауға аҙым-аҙым әҙерлек
- ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт.
Ғаризаны хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары бирә ала.
Ҡатнашыу өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һанлы платформаһында ғариза бирергә кәрәк xn--l1agf.xn--p1ai/services/S...
Сараны үткәреү ваҡыты (тулыраҡ расписание) һайлап алыуҙы үткән ҡатнашыусыларға хәбәр ителәсәк. Сарала ҡатнашыу мәсьәләләре буйынса бәйләнеш мәғлүмәттәре: +7 919 616-79-13, +7 987 09-08-415. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте мәғлүмәте буйынса