Ашҡаҙар
+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Ғинуар 2019, 15:21

Ҡатын-ҡыҙҙарҙа онкологик сирҙәр нисек асыҡлана?

Егерме ике йыл ҡалабыҙҙың 2-се ҡала дауаханаһы поликлиникаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау бүлмәһе акушеры булып эшләгән Гөлсөм ИРАЛИНА поликлиникаға килгән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарға ла профилактик күҙәтеү үткәрә. Уның үҙ бурыстары тураһында һөйләүен үтендек.

Ҡатын-ҡыҙҙар йылына бер тапҡыр булһа ла ҡаралырға те-йеш. Уларҙы бында регистратура, терапевт йәки башҡа табиптар ебәрә. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында хроник сирҙәрҙе, яман шештең тәүге билдәләрен асыҡлау, яңы барлыҡҡа килгән шеште диагностикалау, тикшереү һәм диагнозды раҫлау өсөн йүнәлтмә биреү – әлеге белгестең бурысы.
– Хәҙерге ваҡытта беҙ ҡатын-ҡыҙҙарға диспансеризация үткә-рәбеҙ. Мотлаҡ маммография үткәреп, бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙан да цитологик анализ алабыҙ. Бынан тыш, тән тиреһен, ауыҙ ҡыуышлығын, лимфа биҙҙәрен, һөт биҙҙәрен мотлаҡ тикшереп, 40 йәштән уҙғандарҙан гинекологик йәһәттән яман шеш күҙәнәктәрен асыҡларға анализ алабыҙ. Анализдары насар булып, патология асыҡланһа, диагноз ҡуйыу һәм дауалау маҡсатында белгестәргә ебәрәбеҙ, – тип һөйләй эше тураһында Гөлсөм Нурфәйез ҡыҙы.
Һуңғы ваҡытта онкологияның үҫеүен, йәшәреүен дә йәшермәне белгес. Онкопатология хатта яңы тыуған сабыйҙарҙа ла күҙәтелә икән. Был хәл медиктарҙы бигерәк тә хафаға һала. Ә ҡатын-ҡыҙҙарҙа күҙәтелгән яман шештең 40-45 проценты, йәғни ҡатын-ҡыҙҙар репродуктив системаһының яман шеш өлөшө һөт биҙҙәренә һәм енес органдарына тура килә. Онкология сирҙәрен иҫкәртеү өсөн һәр ҡатын-ҡыҙ, бигерәк тә еткән ҡыҙҙар йыл һайын ҡаралып барырға тейеш. УЗИ йәки маммография үтһәләр ҙә була. Матбуғат баҫмаларында, регистратурала, подъездарҙа диспансеризация үтеү тураһын-да иғландар булып тора. Гүзәл заттар, һаулығыбыҙға битараф булмаһаҡ ине.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: