Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Ғинуар 2019, 14:59

Нәҫелдә – дүртенсе күҙ табибы

Байтаҡ йылдар ҡаланың 4-се балалар поликлиникаһында офтальмолог булып эшләүсе Гүзәл ИШМЫРҘИНА бала саҡтан табип булырға хыялланған тиһәм, дөрөҫлөккә тап килмәҫ ине.

Ҡыҙ, бала сағында сәнғәт мәктәбенә түңәрәккә йөрөп, һүрәт төшөрөргә әүәҫ була, ул саҡтағы Химиктар мәҙәниәт һарайына бал бейеүе түңәрәгенә лә бик теләп йөрөй. Ләкин ҡалабыҙҙың 23-сө мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина университетын һайлай. Юғары уҡыу йортонда һөнәр үҙләштергәс, уға Өфөлә ҡалырға мөмкинлек була, ләкин ул атаһы һүҙен йыҡмайынса, туған ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа ҡайта. Әйткәндәй, атаһы Хөрмәт Хәйрулла улы яғынан ҡарағанда, Гүзәл – нәҫелдәрендә 4-се күҙ табибы.
– БДМУ-ла уҡығанда кешеләргә күреү һәләтен яҡшыртырға ярҙам итеү ниәтенән офтальмолог һөнәрен һайланым. Һуңғы йылдарҙа балаларҙа күҙҙәрҙең күреү һәләте түбәнәйеү, ҡылыйлыҡ артыуы күҙәтелә. Был балаларҙың оҙаҡ ваҡыт телевизор ҡарауы, планшетта, телефонда, компьютерҙа ултырыуҙарынан килә. Ата-әсәләр балаларына иғтибар бирһендәр: улар менән йышыраҡ саф һауала йөрөһөндәр, уларҙы спортка йәлеп итһендәр, ғаиләләре менән дөрөҫ туҡланһындар ине, – тип кәңәш бирә Гүзәл Хөрмәт ҡыҙы, шулай уҡ артабанғы һүҙҙәрҙе лә өҫтәй. – Йылына бер-ике тапҡыр булһа ла балаларын күҙ табибына күрһәтһендәр. Ҡалала был йәһәттән бар мөмкинлектәр ҙә бар. Мәҫәлән, беренсе ҡала дауаханаһы поликлиникаһында 9 миллион һумлыҡ RK аппаратында күҙҙәрҙе ентекләберәк тикшерергә мөмкин. Шулай уҡ күҙҙәрендә проблемаһы булған балаларҙы 5-се “Хрусталик” махсус балалар баҡсаһында дауалайҙар, унда заманса шарттар тыуҙырылған.
Әңгәмәбеҙгә ҡушылып, ҡырҡ йылдан ашыу шәфҡәт туташы булған, һуңғы 25 йылда күҙ кабинетында медсестра булып эшләүсе Зәйтүнә Васильева ла үҙенең тәжрибәһенән сығып: “Элек күҙҙәре насар күреүгә зарланып 4-се класс балалары килһә, хәҙер 3 йәшлектәрҙе алып киләләр”, – ти. Ата-әсәләргә бында уйланырға урын барҙыр.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: