Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
15 Ғинуар 2019, 14:44

Яман шеш менән көрәшкә ярҙам

Ҡаланың 1-се килиник дауаханаһында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин етәкселегендә онкология хеҙмәтенең үҫеше буйынса күсмә ултырыш булды.

Унда Стәрлетамаҡта яман шеш осраҡтарында халыҡ-ҡа ярҙам итеү перспективалары ҡаралды. Ҡунаҡтар проблемаларҙы аралашыу аша ғына түгел, ҡала дауаханаларына барып, күреп тә өйрәнде. Сер түгел, бер ваҡыт онкологик сирҙәрҙе дауалауҙы Өфөгә күсерергә тигән һүҙ ҙә таралғайны. Шулай ҙа Максим Забелиндың эш сәфәренән һуң бындай икеләнеү юйып ташлағандай булды. Ғөмүмән, Стәрлетамаҡ яман шешкә ҡаршы көрәш үҙәге булып ҡаласаҡ.
Читайте нас: