Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
30 Ғинуар 2019, 14:06

Грипты иҫкәртеү хәйерле

Грипп – ҡышҡы миҙгелдә иң ныҡ таралыусан сир. Халыҡта киҙеү тип йөрөтөлгән был ауырыу менән үҙ ғүмерендә һәр кем дә ауырып ала. Кемдер уның ҡурҡыныс булыуына әһәмиәт бирмәй, уны ябай ғына тымау тейеү тип һанай, ә кемдер “ҡош” һәм “сусҡа” киҙеүенән ҡурҡа, “ябай” грипп уларҙан да хәтәрерәк булыуы ихтимал икәнен онотоп ебәрәләр. Ошо турала ентекләп аңлатырға булдыҡ.

Нимә ул грипп?
Грипп – киҫкен респиратор вирус инфекцияһы, башлыса тын юлдарына зыян килтерә. Грипп менән ауырыуҙың сәбәбе иммунитет ҡаҡшауҙан да, һалҡын тейеүҙән дә түгел, ә үҙенә башҡа вирус – грипп вирусында. Уның өс тибы (А, В һәм С) билдәләнелә. Йыл һайын эпидемия осоронда беҙҙең иммун системабыҙ яңы микроорганизмға тап була һәм был уның менән көрәште ҡыйынлаштыра. А тибындағы вирус ауыр формала үтә һәм ныҡ тарала. С вируслыһы еңелерәк үтһә, В тибы таралыу һәм ауыр үтеү йәһәтенән уртансылыҡта килә.
Уның йоғоу сығанаҡтары
Грипп менән зарарланыу сығанағы - кеше, бик һирәк осраҡта ғына ҡайһы бер хайуандар – сусҡа, ҡоштар. Грипп һауа аша йоға. Ауырыу кеше йүтәлләгәндә, сөскөргәндә һәм хатта тын алғанда ла үҙенең тирә-яғында – һауала эленеп ҡалған ҡаҡырыҡ, танауҙан сыҡҡан лайла бөртөксәләре зарарлы «болот» барлыҡҡа килтерә. Ошо бөртөксәләр булған һауаны һулағанда кеше организмына грипп вирусы үтеп инә лә инде. Һауала эленеп ҡалған ошо бөртөксәләр тирә-яҡтағы әйберҙәргә ҡуна. Үкенескә күрә, грипп вирусы бер нисә сәғәт буйына һаҡланырға мөмкин. Әйберҙәрҙе йыйыштырғанда, ҡаҡҡылып-һуҡҡылағанда теге зарарлы өлөшсәләр йәнә һауаға күтәрелеп, тын юлына эләгергә мөмкин. Был инде саңлы һауа аша йоҡтороу тигән һүҙ.
Киҙеүҙең билдәләре
Гриптың инкубация осоро 5-6 сәғәттән алып өс тәүлеккә тиклем дауам итергә мөмкин. Был ваҡыт эсендә вирус ауыҙ һәм танауҙағы лайлалы тиресә аша организмға үтеп инә, иммун системаһы быға ҡаршы тороп маташа. Инкубация осоронан һуң ауырыуҙың төр-лө эҙмә-эҙлелекле билдәләре беленә.
Тымау, танау тоноу, сөскөрөү, тамаҡ ҡымырйып тороу – ауырый башлағандағы төп билдәләр. Ғәҙәттә, ауырый башлағандың тәүге сәғәттәрендә температура ныҡ күтәрелә. Һуңғараҡ йүтәл барлыҡҡа килә - башта тамаҡты, тын юлдарын “йыртып” килә торған ҡоро йүтәл, йүткергәндә ҡаҡырыҡ сыҡмай йонсота. Грипп менән ауырығанда бер тапҡыр ғына эс китеп, ҡоҫоп алыу осрағы ла булырға мөмкин. Был - хәл торошона ҡарап, организмдың реакцияһы, ә ашҡаҙан-эсәк юлының вируслы зарарланыуы түгел.
Өҙлөгөү
Ғәҙәттә, 5-6 көндән һуң ауырыуҙың хәле яҡшыра, температураһы нормаға килә. Ҡағиҙә булараҡ, аҙна-ун көндән һуң ғына кеше тулыһынса һауыға. Киҙеүҙән һуң өҙлөгөү иммун системаһы ҡаҡшаған кешеләрҙә (ҡарттарҙа һәм балаларҙа), ваҡытында һәм дөрөҫ дауаланмағанда, режим боҙолғанда күҙәтелә.
Бер аҙнанан һуң да йүтәл үтмәһә, күп итеп эренле (һары, йәшкелт, һоро) ҡаҡырыҡ сыҡһа – бронхит башланған тигән һүҙ. Пневмония – үпкә шешеүе вирус менән зарарланған лайлалы тиресәләр аша үтеп ингән бактериялар арҡаһында барлыҡҡа килә. Йонсотҡос йүтәл ауырыуҙың хәлен ала, температураһы төшмәй. Ҡайһы бер осраҡта ул геморрагик пневмонияға әйләнеп китә – ул йыш ҡына үлем менән тамамлана. Грипп шулай уҡ менингит һәм энцефалит кеүек баш мейеһенең һәм уның тиресәһенең ауыр елһенеп ауырыуына ла килтерергә мөмкин. Үҙәк нервы системаһы зарарланғанда йәки температура ныҡ юғары кү-тәрелгән осраҡта тартышыу өйәнәге башланыуы, ныҡ ағыуланыу арҡаһында баш ме-йеһе эшмәкәрлеге боҙолоуы ихтимал. Ауырыған кешегә күберәк ятырға кәңәш ителә. Сир ныҡ тәрәнгә төшә башлаған хәлдә ауырыуҙы дауаханаға һалыу мөһим.
Грипты иҫкәртеү
Грипп менән ауырып, сирҙе дауалағанға ҡарағанда, уны иҫкәрткәнең хәйерле: дөрөҫ туҡланыу, организмды сыныҡтырыу, поливитаминдар һәм С витамины иммунитетты яҡшырта. Грипп ваҡытында көн һайын һарымһаҡ ашарға кәрәк. Эштән, мәктәптән, йәмәғәт транспортынан, сауҙа үҙәгенән ҡайтҡас, танауҙы йыуырға, урамға сыҡҡанда танауға оксолин мазе һөртөргә кәрәк.
Юлиә РӘХИМОВА,
БР гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең врач-бактериологы.
Читайте нас: