Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
31 Ғинуар 2019, 22:50

Психиатрҙан ҡурҡмаҫҡа! Ә психик сирлеләрҙән?

Психиатр тиһәләр, кешеләрҙең сәсе үрә тора. Күҙ алдына көслө йоғонто яһаусы уколдар, ҡулды бәйләгән аҡ халатлы ирҙәр килеп баҫа. Ә шулай ҙа нисек ул психиатрия донъяһы һәм уның пациенттары? Ошо хаҡта ҡыҙыҡһынып, беҙ ҡаланың психиатрия дауаханаһы баш табибы, медицина фәндәре докторы Сергей Валерьевич БОЙКОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Йәштәр һәм ололар һағайта
- Хәҙер психик сирлеләр күбәйҙе, тиҙәр. Һеҙ килешәһегеҙме?
- Статистикаға күҙ һалғанда ла, шәхси тәжрибәнән сығып әйткәндә лә, психик сирлеләр бынан утыҙ йыл элек нисек булған, кеше һанына ҡарап, әле лә шул кимәлдә. Африкала кеше башына нисә психик сирле зат тура килә икән, Рәсәйҙә лә шулай уҡ күренеш, Америкала ла, Ҡытайҙа ла... Йәки был өлкәлә ниндәйҙер заманға, урынға, йәшкә ҡарап ҡына үҙенсәлек эҙләү дөрөҫ булмаҫ, тип уйлайым. Был бөгөнгө көнгә ҡарата, әммә киләсәктә хәлдәр үҙгәреп китеүе бар, ни өсөн икәнен артабан һөйләп үтермен.
Бында хиҡмәт башҡала: сирлене асыҡлау, дауалау көсәйҙе. Шул уҡ ваҡытта кеше психиатрҙан ҡурҡмай, оялмай үҙ проблемалары менән бүлешә, белгескә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, элек бер инәй үҙенең күңелен йорт алдында әхирәттәре менән хәбәр һөйләшеп, дауалаһа, хәҙер иһә, ул әгәр ҙә төшөнкөлөккә бирелһә, психологҡа, психиатрға мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, мин бында сире көсәйгән кеше тураһында һүҙ алып бармайым, психик торошо арҡаһында йәмғиәткә кеше ниндәйҙер хәүеф килтерә икән, уның менән һәр заманда ла һис кисекмәҫтән табиптар шөғөлләнә. Һәр хәлдә шулай булырға тейеш.
Бынан өс тиҫтә йыл элек донъя кимәлендәге белгестәр (Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре) тағы ла утыҙ йылдан яман шеш менән сирләүселәр һаны ҡырҡа артасаҡ, тип билдәләне. Үкенескә ҡаршы, улар хаҡ булып сыҡты: онкологик сирҙәр ныҡ таралды. Әммә шул уҡ белгестәр ҡырҡ
йылдан психик сирлеләр һаны ла күбәйә тип әйтте – шуныһы һағайта һәм йәнә әлеге ғалимдар хаҡ булһа, быға бер ҙә аптырарлыҡ түгел, сөнки психикабыҙ ҡаҡшауға килтереүсе сәбәптәр шашты. Уларҙың иң таралғаны, көсәйгәне һәм билдәлеһе: мәғлүмәт туплау. Бөгөн кеше бер көн алған мәғлүмәтте бынан илле йыл элек ай буйына туплаған булыуы мөмкин. Ә шул уҡ ваҡытта кешенең биологик мөмкинлектәре артмай бит. Күҙ алдына килтерегеҙ: баш мейеһенә күпме өҫтәлмә йөк! Интернеттан да, телевизорҙан да, аралашыуҙан да, урамдағы яҙыуҙарҙан да кәрәккән дә, кәрәкмәгән дә мәғлүмәт йыйыла ла йыйыла. Иң үкенеслеһе шул: бынан бер нисек тә ҡотолоп булмай, тик яраҡлашырға, заман елендә елергә генә ҡала. Был йәһәттән урта быуын нисек тә һаҡлана әле ул, бына балалар менән оло быуын өсөн борсолам.
Балалар, билдәле, баш мейеһе әлегә “буш” булыу сәбәпле мәғлүмәтте күп туплай һәм тик ниндәй мәғлүмәт бит әле? Хәүефле мәғлүмәт булыуы ла бар. Ҡайһы бер фажиғәле ваҡиғаларға күҙ һалһам, быға инанырға мәжбүрмен. Мәҫәлән, бер уҡыусының тотош мәктәпте юҡ итергә теләү осраҡтары ошо хаҡта һөйләй. Иң мөһиме: беҙгә, урта быуын кешеләренә уларҙы нисек тә һаҡлау, кәрәкмәгән мәғлүмәт алыуҙан тыйыу, дөрөҫ тәрбиә биреү тураһында аңларға кәрәк. Әлбиттә, был тәңгәлдән байтаҡ миҫалдар килтерергә була: эшләнгән эштәр, эшләнергә тейештәре. Белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән беҙ тағы бер нимәне күҙ уңынан ысҡындырабыҙ буғай: быуындар бәйләнеше юғала. Уйлана китһәк, психик торошобоҙҙо нығытыуҙа был күренеш тә мөһим роль уйнай. Тик сабырлыҡҡа, изгелеккә, илһөйәрлеккә, хеҙмәтсәнлеккә өйрәтеүсе, кәңәштәр биреүсе оло быуын үҙе ни хәлдә һуң? Бер көн килеп тотош илен, идеалдарын юғалтҡан, күберәк ваҡытын сирҙәре менән көрәшергә мәжбүр булған быуындың йәштәр ҡайғыһымы икән? Улар аптырап ҡалды һымаҡ. Күңелдәрендә борсолоуҙар күп, тетрәнеүҙәр, төңәлеүҙәр. Ошо арҡала улар үҙ-үҙенә бикләнә, тоҙаҡ эҙләй хатта. Ә беҙ – урта быуын уларҙың күңелендә ошо ваҡытта өмөттәр уятырға тейешбеҙ. Был һүҙҙәрҙе фәлсәфә хаҡына әйтә тип уйламағыҙ, психиатр-
белгес булараҡ еткерәм: оло быуындың күңел торошо тураһында хафаланырға тейешбеҙ.
“Иҫәр” тип көлмәҫтәрме?..
- Сирҙе асыҡлауы еңелләште тинегеҙ...
- Эйе, сөнки баштараҡ әйтеп үтеүемсә, кеше психиатрға барыуҙы хәҙер ҙур фажиғәгә тиңләмәй. Ғөмүмән, психиатрҙан ҡурҡмаҫҡа кәрәк, кеше психик сире барлыҡҡа килеүен, көсәйеүен үҙе лә аңламауы ихтимал. Юҡһа, “психиатр” тигән һүҙҙе ишетеү менән күптәр күҙ алдына: карауатҡа ҡуша бәйләп ҡуйыу, рәшәткәле бүлмәләр күҙ алдына килтерә. Бигерәк тә хәтере юғала барған ололарҙы балалары ҡаралырға алып киләм тиһә, улар аптырап китә. Йәнәһе, ул һап-һау ҙа инде! Ә хәтер насарыуы – үҙе ҙур хафа.
Шул уҡ ваҡытта бында бит ғүмерлеккә дауаханаға ятыу тураһында һүҙ бармай. Ваҡытлыса дауа алыу, килеп йөрөү һәм башҡалар.
Әлбиттә, сирлеләр тағы бер күренештән һағайа: уларға йәмғиәт нисек ҡарар? “Иҫәр” тип көлмәҫтәрме?.. Кешене теркәү – уға ҡарата йәмғиәт тарафынан һағайтыу уята – был инде әлегә бер нисек тә ҡотола алмаҫлыҡ күренеш, был беҙҙең менталитет. Шуға белешмә биргәндә беҙ ике ут араһында ҡалабыҙ: кешегә сиренең кимәлен, төрөн яҙып, уның яҙмышына ауырлыҡ һалмаҫбыҙмы? Тейешле белешмә арҡаһында уны артабан эшкә алмауҙары, сикләүҙәре лә ихтимал. Аралашҡанда ла сәйерһенеп ҡарайҙар. Иң мөһиме: был етешһеҙ күренештәр һирәгәйә бара, йәмғиәт инвалидтарға, психик сирлеләргә ҡарата иғтибарын арттыра, аңларға тырыша. Шуға психик сирлеләр, яҡындары беҙгә ҡаршы тәү башлап үҙҙәре лә аҙым яһай.
Икенсенән, медицина күҙәтеүе үҫешә. Табипҡа күренеүҙәр үҙ емешен бирмәй ҡалмай.
- Йәмғиәттең психик сирлеләргә ҡарашы үҙгәрә, шундай уҡ мөнәсәбәт психиатрҙарға ҡарата тойоламы?
- Психитария, нисек кенә булмаһын, медицинала һәр саҡ икенсе планда булған өлкә – бының менән килешергә кәрәк. Сөнки тәү сиратта кешенең дөйөм торошо, ҡан баҫымы, йөрәк сирҙәре, һыуыҡ тейеүҙәр һымаҡ сирҙәр
төп иғтибарҙа булырға тейеш. Бындай сирҙәр менән халыҡ күберәк һәм йышыраҡ мөрәжәғәт итә. Әммә йәмғиәттең һаулығын ғына түгел, хәүефһеҙлеген дә ҡайғыртҡанда беҙҙең өлкә лә мөһим булып ҡала. Мәҫәлән, көнөнә водитель танытмаһын алырға дәғүә итеүсе нисәмә кеше беҙгә белешмә юллап килә? Ә ошо кешеләр киләсәктә руль артына ултырып йөрөй башлауы, уларҙың яуаплылығы, хәрәкәте күп кешеләрҙең хәүефһеҙлегенә бәйле. Психик сирлеләрҙең ауырыуы көсәйгән мәлдә баш китерлек ҡылған эштәрен дә күҙ алдына килтерһәң, беҙҙең һөнәрҙең дә мөһимлеге, яуаплылығы ҙур булып сыға. Нисек кенә булмаһын, йәмғиәт тарафынан, дәүләт яғынан иғтибар бар. Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта поликлиникаһы, ҡала буйлап бүлексәләре булған, тотош ҡаланы ғына түгел, күрше муниципалитеттарҙы ла хеҙмәтләндергән, стационарҙа 400-ҙән ашыу кешене дауалаған 300-ҙән ашыу хеҙмәткәре булған дауахана эшләп килә икән, быға ҡыуанырға ғына ҡала. Улай ғына ла түгел, һуңғы ваҡытта республикала медицинаға иғтибар артыуы эшебеҙҙе көсәйтер тигән өмөттәр тыуҙыра.
Улар ҙа бит кеше!
- Психиатрҙан ҡурҡмаҫҡа тинегеҙ, ә психик сирлеләрҙән? Бит, алдараҡ әйткәнсә, кеше ундай ауырыуҙарға һағайып ҡарай, үҙегеҙ ҙә баш китерлек енәйәттәр тураһында әйтеп үттегеҙ...
- Стационарҙа дауаланған 450 пациент араһында ниндәй генә кешеләрҙе осратмаҫһың. Һәр кемдең үҙенә күрә яҙмышы, башына төшкән бәхетһеҙлеге бар. Берәүҙәр тыумыштан мейеһе зәғиф була, кемдер олғайған көнөндә “икеләнә” башлай. Шулай ҙа йыш ҡына быуындан-быуынға күсеп килгән сирҙәр ҙә осрай. Кемдер ябай эшсе булған, кемдер ваҡытында вазифа биләгән, үҙе кеше дауалаған... тик үкенескә ҡаршы, сир бер кемде лә аяп тормай. Ауырыуы бөрөләнеп, яйлап үҙен һиҙҙереү ихтимал, шулай уҡ ҙурая килеп, кешелә ҡапыл ниндәйҙер үҙгәреш булыуы ла бар. Әйткәндәй, башлыса шизофрения осраһа ла, сирҙәр ҙә гел бер төрлө генә түгел, ҡатлы-ҡатлы. Кемдер донъяны тик матур итеп күрә, бәғзеләр уны ҡап-ҡара итеп тоя, кемделер гелән ҡыуалайҙар, ябайлаштырып әйткәндә, башында
ҡотортоусылар йәшәй, йылдар буйы үсләшеп тә йөрөйҙәр... Әммә бында ауырыуҙарҙың барыһы ла кешеләргә хәүефле тип уйларға ярамай. Дөйөм сирлеләрҙең иң күбендә биш проценты ғына ҙур хәүефкә эйә. Эйе, араларында психик сире арҡаһында хатта бер нисә кешенең ғүмерен ҡыйғандар бар, үлтергәндәр, көсләгән, һуғышҡандар... Әйткәс әйтәйек, ҡайһы берҙә поликлиникаға белешмә артынан килгән кешеләр араһында ла хәүефле шәхестәр осрап ҡуя. Тик бер нисә кеше арҡаһында барлыҡ психик сирлеләрҙе лә бәйләп ҡуйып йәшәтеп булмай. Ҡабатлап әйткәндә, ошоно күҙ уңында тотһаҡ ине. Әлбиттә, кешегә медицина ярҙамы күрһәтеп, уны тиҙерәк аяҡҡа баҫтырғы килә, тик бында ҡул һыныу, һыуыҡ тейеү генә түгел шул, кешенең башында нимә барлығын ҡапыл ғына аңлауы ауыр, хатта йылдар кәрәк. Мәҫәлән, бер ҡаты сирле вафат булғас, уның мейеһен өйрәнергә булғандар. Ә мейеһендә бер генә лә үҙгәреш юҡ икән. Шунан һуң серҙе сисеп ҡара инде...
Иң мөһиме: кешеләр, сир ниндәй генә кимәлдә булмаһын, бындай үҙенсәлекле әҙәм балаларына кешелекле булып ҡалһын ине. Улар ҙа бит кеше!
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.
Читайте нас: