Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Февраль 2019, 14:27

Яман сиргә тарыма...

Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө уңайынан ҡалабыҙҙың баш онкологы, юғары категориялы табип, муниципаль-ара онкология үҙәге мөдире Фәрит Ғәйнан улы Миңлеғолов менән әңгәмәләштек. Бөгөн был үҙәк 500 меңдән ашыу кешене, йәғни Стәрлетамаҡ ҡалаһы пациенттарынан тыш, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Миәкә, Ишембай, Ауырғазы, Ғафури райондары һәм Ишембай ҡалаһы халҡын да хеҙмәтләндерә.

– Статистикаға күҙ һалһаң, күп осраҡта үлемдең сәбәбе булып яман шеш тора. Йыл һайын был сирҙән 7-8 миллион кеше һәләк була, шул уҡ ваҡытта тағы ла 10-12 миллион кешегә был диагноз ҡуйыла, – тип башланы һүҙҙе Фәрит Ғәйнан улы.
– Ә Стәрлетамаҡта был йәһәттән рәсми иҫәптә тороусылар күпме?
– Беҙҙә 2019 йылдың башында яман шеш сирҙәре менән 5873 кеше иҫәпкә алынған. 2018 йылда тәүләп килгәндәр араһында 768 осраҡ теркәлгәйне, шуларҙың 8-е – балаларҙа, 760 осрағы – өлкән кешеләрҙә. Сирлеләр араһында эшкә яраҡлылар 38 процент тәшкил итә. Бигерәк тә был сир 48-60 йәшлектәр араһында күҙәтелә. Яман шеш билдәләре табылғандар араһында ирҙәр уртаса 40,6 процент тәшкил итһә, ҡатын-ҡыҙҙар 53,6 процент.
– Организмдың ҡайһы өлөшөндә яман шеш йышыраҡ күҙәтелә?
– Сирҙәрҙең структураһы буйынса: 1-се урында һөт биҙҙәре яман шеше – 1307 кеше; 2-се – эсәк һәм үпкә рагы – 613 кеше; 3-сө – аналыҡтағы шеш – 462 кеше; 4-се урында тире шеше – 458 кеше; 5-се урында енес ағзалары биҙе шеше – 341 кешелә. Ирҙәрҙә күпселек үпкә һәм енес ағзаһы онкологияһы күҙәтелһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙа һөт биҙҙәре һәм тура эсәк яман шеше.
– Таныштарым араһында бер ни һиҙмәй тиерлек эшләп йөрөп, ҡапыл яҡты донъянан китеүселәр байтаҡ. Был сиргә насар экология тәьҫир итәме, әллә магазиндарҙағы сит илдәрҙән килтерелгән аҙыҡ-түлек йәки ГМО ҡушылған ризыҡтар менән туҡланыу сәбәплеме?
– Үпкәгә, һөт биҙҙәренә, тән тиреһенә насар экология тәьҫир итә тип тә әйтергә булалыр. Иң мөһиме, дөрөҫ туҡланыу, бары тик бер нәмә ҡушылмаған (тауыҡ ите булһынмы ул, сусҡа итеме, сырмы, һөт ризыҡтарымы) тәбиғи продукттарҙы ғына ашарға кәрәк. Айырыуса, эске көсөргәнеш (стресс) организмды ҡаҡ-шата һәм теләһә ниндәй шеш барлыҡҡа килеүгә этәргес булып тора.
– Заман афәте – яман шеш сирен иҫкәртеү буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
– Тәү сиратта, үҙеңдең сәләмәт-легеңә битараф булмаҫҡа, ваҡыты-ваҡыты менән табипҡа күренергә кәрәк. Хәҙер сирҙе алдан иҫкәртеү өсөн 3 йылға бер тапҡыр диспансеризация үткәрелә, унан да баш тартырға яра-май. Бигерәк тә яман шеш сирен булдырмайым тиһәгеҙ, түбәндәге 7 ҡағиҙәне үтәргә кәңәш итәм:
1. Тәмәке тартмаҫҡа. Бөтә кан-церогендар ҡушылған тәмәкене көй-рәтмәһәгеҙ, үпкә шеше барлыҡҡа килеү ихтималлығын 90 процентҡа кәметергә була.
2. Алкоголь ҡулланмаҫҡа. Спиртлы эсемлектәр эсмәгән ирҙәрҙә простата шеше менән сирләү хәүефе 60 про-центҡа кәмей. Үҫмер ваҡыттан алып алкоголь ҡулланмаған ҡатын-ҡыҙҙың һөт биҙе шеше менән сирләү хәүефе 3-5,5 тапҡыр кәмей. Ә инде өлкән йәштә араҡынан баш тартҡан ҡатындарҙың түш яман шеше менән сирләп китеү ихтималлығы 25 процентҡа кәмей.
3. Артыҡ ауырлыҡ йыймағыҙ. 60 процент осраҡта артыҡ килограмдар аналыҡ шешенә, 50 процент осраҡта бәүел ҡыуышлығы шешенә килтерә, бөйөр һәм ашҡаҙан аҫты биҙҙәренең шешеү хәүефен арттыра.
4. Ҡояш ванналарында артыҡ ҡыҙынырға ярамай. Саманан тыш нурланыу – тән тиреһе яман шешенең иң ҡурҡыныс формаһы – меланомаға килтереүе ихтимал. Солярийҙа ҡыҙыныу, бигерәк тә йәш ваҡытта хәүефле: тән тиреһе яман шеше ундай кешеләрҙең 75 процентында барлыҡҡа килә.
5. Гел ултырып ҡына йәшәү рәүеше алып бармағыҙ. Аҙ хәрәкәтләнеү – һимереү менән инфарктҡа ғына түгел, эсәк һәм күкрәк яман шешенә лә килтерә. Даими эшләгән физик күнекмә иммунитетты нығыта һәм организмға яман шешкә ҡаршы торорға ярҙам итә.
6. Зарарлы ризыҡты ашамаҫҡа. Эсәк һәм енес биҙҙәренең яман шешен булдырмаҫ өсөн ҡыҙыл ит ашауҙы кәметергә, консервалар, ярымфабрикаттар, тиҙ әҙерләнә торған продукттарҙы, ҡыҙҙырылған аҙыҡтарҙы бөтөнләй ашамаҫҡа кәрәк.
7. Яман шешкә килтерерҙәй йоғош-ло сирҙәрҙе йоҡтороу ихтималлығы булған хәлдәргә юлыҡмағыҙ.
– Беҙ яҡындарыбыҙҙы йәки таныштарыбыҙҙы юғалтҡас ҡына, яман шеш тураһындағы мәғлүмәттәр менән ҡыҙыҡһына башлайбыҙ. Яман шештең симптомдарын алдан асыҡлар өсөн нәмә эшләргә кәрәк?
– Йылына 1 тапҡыр булһа ла флюорография үтегеҙ. Һөт биҙҙәренә УЗИ һәм маммография яһатығыҙ, гинекологка, урологка күренегеҙ, бар яҡлап та тикшерелеп тороғоҙ. Ашҡаҙан һәм эсәк сирҙәрен асыҡлау өсөн фиброгастроскопия, фиброколоноскопия үтеү зарур. Ғөмүмән, сәләмәт-легегеҙҙе һаҡлағыҙ.
– Ентекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Кешеләрҙе аяуһыҙ сирҙән ҡотҡарыу юлында ғүмерҙәрҙе оҙайтыр ыңғай һөҙөмтәләр күберәк булһын!
Белешмә
Стәрлетамаҡта онкология бүлеге 1978 йылда асыла. Былтыр бүлек үҙенең 40 йыллығын билдәләне. Бүлекте оҙаҡ йылдар Хәләф Әғзәм улы Булатов етәкләгән. Был бүлек 1984 йылдан ҡала халҡын ғына түгел, республиканың көньяҡ ҡала һәм райондарын да хеҙмәтләндерә. Онкология патологияһы булғанда ҡатмарлы операцияларҙы ҡалабыҙҙа тәүгеләрҙән булып Хәләф Булатов яһай. Шулай уҡ ул республикала тәүгеләрҙән булып ашҡаҙанға, ашҡаҙан аҫты биҙенә, үт ҡыуығына, бөйәнгә операция эшләй. Әле уның эшен улы Илдар Булатов дауам итә.
Римма ҒӘЛИМОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: