Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
12 Март 2019, 14:33

Бәлки, вертолет ҡотҡарыр...

Республика балалар онкологияһы һәм гематология үҙәген клиник дауахана базаһында төҙөүпланлаштырыла.

Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы
Максим Забелин 13 амбулатор онкологик ярҙам
үҙәге төҙөү пландары менән бүлеште, шуларҙың
дүртәүһе – Өфөлә, ә туғыҙы – Башҡортостандың башҡа
ҡалаларында. 2018 йылда табиптар республикала 3154
кешегә яман шеш сире диагнозын ҡуйған.
Үткән йыл Башҡортостанда онкологик сирҙәрҙән
ҡапыл үлә башлауҙарын билдәләнгән. Күрһәткестәр
6 процентҡа артҡан. Республикала онкологик сирҙәр
менән иң күп ауырыусылар – Архангел, Әлшәй һәм
Шаран райондарында.
Элегерәк Башҡортостанда онкологияның иң ныҡ
таралған төрө билдәле булғайны. Республикала өлкән
йәштәгеләрҙең үлем сәбәптәре буйынса рак икенсе
урында килә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһы
ултырышында юл-транспорт фажиғәһендә һәләк
булыусылар иң күп булған райондарҙы ла атап үттеләр.
Юл фажиғәһендә һәләк булыусылар һаны Тәтешле
районында –100 000 кешегә - 35,2 кеше, Ҡыйғыла –
35,2, Йылайырҙа – 33,6, Илештә – 31,2, Федоровкала
– 29,8, Балаҡатайҙа – 27,4, Асҡын районында – 27,0
һәләк булыусы тура килә. Был сәбәптән иң аҙ үлеүселәр:
Бәләбәй районында –100 000 кешегә 4,1 һәләк булған,
Ҡалтасыла – 4,3, Нуриман районында – 5,0, Октябрьский
ҡалаһында - 5,3, Кумератауҙа – 6,2, Өфөлә – 6,4 һәм
Кушнаренко районында – 7,5.
Әйткәндәй, ултырышта бер тәҡдим дә әйтелде,
аварияларҙағы үлемде кәметеүҙе ғәҙәти булмаған ысул
ярҙамында кәметергә – күберәк вертолет майҙандары
төҙөргә.
Р. ЗАМАНОВА.
Читайте нас: