Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
22 Март 2019, 12:37

Туберкулездан ҡотолоп буламы?

Туберкулез сире элек-электән билдәле. Кешеләр сирҙең дауаға ауыр бирелеүен борон замандан уҡ аңлағандар. Бынан 5 мең йыл элек таш быуатта йәшәгән кешенең һөлдәһендә арҡа һөйәге туберкулезының таныш һөҙөмтәләрен тапҡандар.

Беҙҙең эраға тиклем 2-3 мең йыл элек үлгән египет кешеләренең мәйеттәрендә лә ошоға оҡшаш үҙгәрештәр күҙәтелгән. Урта бы-уаттарҙа туберкулез күпселек илдәрҙә, шул иҫәптән Рәсәй биләмәләрендә лә киң таралған булған. Был һаҡланған тарихи документтар менән нығытыла. Туберкулездың йоғошло булыуын инфек-цион сирҙәрҙең тәбиғәтен асҡанға тиклем үк белгәндәр.
1882 йылда Роберт Кох туберкулезды барлыҡҡа килтереүсене асҡан. Ә ошо уҡ йылдың 24 мартында ул Берлинда үткән Ғилми йәмғиәт ултырышында туберкулездың этиологияһын халыҡҡа еткергән. Туберкулез сирен булдырыусы Кох бациллаһы тип йөрөтөлә башлаған. Хәҙерге ваҡытта йыш ҡына «туберкулез микобактерияһы» термины ҡулланыла. Фәҡәт 24 март – Бөтә донъя туберкулез менән көрәш көнө тип һанала. 1905 йылда Роберт Кох үҙенең асышы өсөн Нобелев премияһына лайыҡ була.
Туберкулез – ярашлы сир. Йоҡтороу
сығанағы булып туберкулез микобак-терияһын сығарыусы сирле кешеләр һәм хайуандар тора. Был сир күп осраҡта организмға тын алыу юлдары аша үтеп инә. Ауырыу хайуандар итенән етештерелгән аҙыҡ-түлектән дә йоғоуы ихтимал, йәғни ҡайнатылмаған һөт, ҡатыҡ, сыр, шулай уҡ ҡулланған әйберҙәр аша ла. Был сир тырнаҡтар менән сәстәрҙән башҡа бөтә органдарҙы ла зарарлай. Бигерәк тә тын юлдары: үпкә, ҡурылдай (үпкә көпшәһе), үпкә ярыһы туберкулез оялай торған урындар булып тора. Әгәр ҙә өс аҙнанан артығыраҡ йүтәлләйһегеҙ, ҡаҡыраһығыҙ икән, өҫтәүенә, күкрәгегеҙ ауыртып, тән температурағыҙ ҙа юғары булһа, аппетитығыҙ юғалып, тән ауырлығығыҙ ҙа кәмеһә, оҙаҡҡа һуҙмайынса табипҡа күренергә кәрәк. Ул һеҙҙе флюорография үтергә ебәрәсәк.
Туберкулез менән көрәшкәндә уны иҫкәртеү хәйерле. Кох әйтеп уҙған социаль факторҙарҙың роле бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала: «Сиргә әҙерлек – бигерәк тә насар шарттарҙа булған көсһөҙ организмдарға хас, – тигән ул. – Ерҙә ҡояш нуры үтеп инмәгән «трущобалар» булғанда, чахотка буласаҡ әле».
Бәхәсһеҙ, туберкулезды иҫкәртеүҙә сәләмәт йәшәү рәүеше, яҡшы туҡланыу, сәләмәт хеҙмәт һәм ваҡытында ял итеү мөһим роль уйнай. Мөмкин тиклем өшөү-ҙән, стрестан һаҡланығыҙ. Организмдың инфекцияға ҡаршы тороу кимәлен күтә-реү ҙә мөһим. Фатирҙа көн дә саңдарҙы еүеш сепрәк менән һөртөп, бүлмәне елләтеп торорға кәрәк.
Ваҡытында табипҡа мөрәжәғәт ит-һәгеҙ, был сирҙе еңергә мөмкин! Бары тик һаулығығыҙға тейешле иғтибар биреп, йыл һайын флюорография үтеп торорға кәрәк.
Б. КӘБИРОВ,
Стәрлетамаҡ район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙың бүлек мөдире.
Читайте нас: