Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Апрель 2019, 14:15

Оло йәштәгеләр өсөн гастрит – хөкөм түгел

Гастрит – был киң таралған ашҡаҙан-эсәк шешеү сире. Уны бигерәк тә оло йәштәге кешеләрҙә йыш табалар. Ҡайҙан килеп сыға һуң гастрит уларҙа?

Ул (киҫкен гастрит) оло йәштәге кешеләрҙә туҡланыу режимын боҙған, ауыр аҙыҡты ҡулланыу, һеркә менән мауығыу, препараттарҙы оҙайлы ваҡыт ҡабул итеү һөҙөмтәһендә килеп сыға. Һөҙөмтәлә эстә аҙыҡты үҙләштереү, матдәләр алмашыныуы принцибы боҙола, ашҡаҙан туҡымалары зыян күрә. Уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәре араһында хроник сирҙәр, бөйөр ауырыуы, аллергия һәм башҡалар ҙа бар.
“Ә нисек беленә һуң?” тигән һорау ҙа борсой күптәрҙе. Ҡорһаҡтың өҫкө өлөшө, ҡайһы берҙә һул йәки уң яҡтан ауыртһа, йөрәк тибеше йышайһа, ҡан баҫымы кәмей төшһә, тимәк, һеҙгә был йәһәттән хафаланырға урын бар. Иғтибар итегеҙ: артабан иһә ашҡаҙанда ауыр әйбер ятҡан һымаҡ тойола башлай, эс күбә, эс китә, кикертә, тәндең ауырлығы кәмей, аппетит юғала.
Нисек кенә булмаһын, был ваҡытта оҙаҡҡа һуҙмай ғына табипҡа күренеү мотлаҡ. Тик сир асыҡланған осраҡта ла ныҡ хафаланырға ашыҡмағыҙ, сөнки дауалау ысулдары көслө һәм дөрөҫ туҡланыу ҙа ҙур ярҙам булып тора.
Дауаланыуҙың беренсе көнөндә ризыҡ ҡабул итеүҙән тыйылырға кәрәк. Артабанғы көндәрҙә диета тәғәйенләнә, аҙыҡты бәләкәй һәм аҙ порцияларҙа ашарға кәрәк. Уның ҡарауы, мул итеп минераль һыу, гөлйемеш төнәтмәһе, шәкәрһеҙ сәй эсеү – файҙаға, сөнки был осорҙа уҡшытыуға ла ҡаршы көрәшергә кәрәк. Бер үк ваҡытта, әлбиттә, дауаланыуҙы ҡалдырырға ярамай. Сәләмәт булығыҙ!
Алина ӘБСӘЛӘМОВА,
Стәрлетамаҡ медицина колледжының 4-се курс студенты.
Читайте нас: