Ашҡаҙар
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
5 Апрель 2019, 12:12

– Тешеңде кем ҡуйҙы? – Ирәндек!

Ҡалабыҙҙың«23 Май урамы»туҡталышындаурынлашҡан«МОЙ ДОКТОР»стоматологияклиникаһынанкеше өҙөлмәй.Уның коммерциядиректорыИрәндекЗаһит улыБирҙеғоловпациенттар өсөнбында бөтә ыңғайшарттар ҙатыуҙырған.

Ишектән инеү менән күңел
тыныслығы биләп ала. Сөнки теш
бимазаһы менән алыҫтан килгән
кешеләргә ял итеп алыр өсөн
мөмкинлектәр бар: шифалы сәй
тәҡдим ителә. Бында пациенттарға
теш дауалау, протездар яһау,
ультратулҡын ярҙамында тештәрҙе
таҙартыу, ағартыу һымаҡ хеҙмәттәр
күрһәтелә. Барыһы ла заманса
ҡорамалдарҙа башҡарыла. Бары
тик 8-986-703-24-34 телефоны
буйынса алдан яҙылырға
кәрәк. Һеҙҙе яғымлы тауышлы
администратор Светлана Ирәндек
ҡыҙы яҙып ала… Әйткәндәй, ул
да, атаһы юлынан китеп, Өфө
медицина институтын тамамлаған.
Әле ул был клиникала атаһының төп
ярҙамсыһы, тиһәм дә һис арттырыу
булмаҫ.
Һуңғы йылдарҙа донъя йөгө
йүгәненең ҡатын-ҡыҙҙар ҡулына
күсә барғанын йыш күҙәтәбеҙ.
Шуға ла булдыҡлы ирҙәр әллә
ҡайҙан айырылып тора. Улар яҡшы
ғаилә башлығы ла, үҙ халҡының, үҙ
милләтенең киләсәген ҡайғыртып
йәшәүсе ир уҙаманы ла. Ирәндек
Заһит улын эштән һуң йыш ҡына
театрҙа, мәҙәни сараларҙа ла
күрәбеҙ. Ул беҙҙең баҫманың
күптәнге дуҫы, һуңғы йылдарҙа
айырыуса хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Ә инде тештәргә бәйле төп эшенә
килгәндә, «алтын» ҡуллы Ирәндек
хаҡында СССР заманында уҡ
маҡтау һүҙҙәре йыш ишетелә
ине, «Тешеңде кем ҡуйҙы?» тип
һораһаң, «Ирәндек!» тиерҙәр
ине ғорурланып. Ысынлап та, ирегеттең асылы – булдыҡлылыҡ. Ә
Ирәндек Заһит улы Бирҙеғолов тап
шундайҙарҙан!
Р. ҒАЯЗОВА.
Читайте нас: