Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
21 Май 2019, 17:25

Туберкулезды дауалап була ла ул...

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, донъялағы халыҡтың өстән бер өлөшө туберкулез микобак-териялары менән зарарланған.

Бындай хәл башлыса ВИЧ-инфек-цияның таралыуы менән аңлатыла. СПИД менән ауырыусыларҙың 30-50 процентынан ашыуы ВИЧ-инфекция таралған илдәрҙә туберкулез менән дә ауырый. Туберкулезды дауалап булһа ла, ул ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарҙың үлемендә төп сәбәпселәрҙең береһе булып тора.
ВИЧ-инфекция булғанда, иммун системаһы организмда туберкулез микобактериялары үҫешен һәм таралыуын тотҡарлай алмай, шуға кешелә туберкулез инфекцияһы йоҡтороу хәүефе 10 тапҡырға арта. Барыһынан элек туберкулез тын юлы ағзаларын зарарлай. Йыш ҡына ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарҙың иммунитеты ҡаҡшау арҡаһында бер юлы бер нисә ағзаһы зарарлана. Ауы-рыуҙың клиник беленеүе кешенең иммунодефицитынан тора.
Туберкулез – туберкулез мико-бактерияһынан барлыҡҡа килгән йоғошло сир. Уны һәр кем йоҡтороуы ихтимал. Барыһынан бигерәк, үпкә туберкулезы менән ауырыған ауырыуҙар йоҡтороу сығанағы булып тора. Был мәкерле сир ауырыған кешенән йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә, ауырыу менән оҙаҡ һәм тығыҙ бәйләнештә булып, зарарлы һауаны һулау арҡаһында, шулай уҡ ауырыуҙың ҡаҡырығы аша йоғоуы ихтимал. Бигерәк тә сирле кешенең ғаилә ағзалары, хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары йоғошло сиргә дусар була.
Туберкулездың таралыуына те-йешенсә туҡланмау, насар көнкүреш шарттары, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, тәмәке тартыу, алкоголизм, наркомания, хроник тын юлдары ауырыуҙары, ашҡаҙан-эсәк тракты, шәкәр диабеты, шулай уҡ ВИЧ-инфекциялыларҙың иммун системаһы ҡаҡшауы булышлыҡ итә.
ВИЧ-инфекциялыла һуңлап асыҡ-ланған туберкулез үлемгә сәбәпсе була, ә үҙ ваҡытында асыҡланғанда иһә, ВИЧ-инфекциялы ауырыуҙарҙағы туберкулезды дауаларға була. Шуның өсөн туберкулез барлығын ваҡытында асыҡлау өсөн даими рәүештә профилактик флюорография тикшереүе үтеп торорға, шулай уҡ үҙеңдең ВИЧ менән сирлеме-түгелме икәнлеген белергә кәрәк.
Иғтибар! Әгәр ҙә һеҙ үҙегеҙҙең туғанығыҙҙа, хеҙмәттәшегеҙҙә, та-нышығыҙҙа өс айҙан артыҡ йүткереү, ябығыу, ваҡыты-ваҡыты менән тән температураһы күтәрелеү, төндә йоҡлағанда тирләү, хәлһеҙлек, түштә ауыртыу, аппетит булмау, ҡан төкөрөү кеүек билдәләр һиҙеп ҡалһағыҙ, кисекмәҫтән, үҙегеҙҙең участка табибына мөрәжәғәт итегеҙ, ул тейешле тикшереү билдәләр.
Әгәр ҙә үҙегеҙҙә туберкулез барлығы асыҡланһа, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Туберкулезды хәҙер дауалап була!
Б. КӘБИРОВ,
Стәрлетамаҡ туберкулезға ҡаршы көрәш диспансеры табип-фтизиатры.
Читайте нас: