Аҡса профилле медицина учреждениеларын яңынан йыһазландырыу өсөн бүленә, тип хәбәр итә ТАСС республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән. Ошо аҡсаның 651 миллион һумын Башҡортостан бюджеты бүлә.
2019 йылда онкология сирҙәре менән көрәш буйынса төбәк программаһы әҙерләнергә, уның сиктәрендә дүрт амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башларға тейеш. Улар Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Күмертау ҡалаларында күп профилле дауаханаларҙа ойошторола. Шулай уҡ республика онкология диспансерын, өс медицина ойошмаһын диагностикалау һәм дауалау медицина ҡорамалы менән йыһазландырыу, 67 берәмек махсус техника һатып алыу күҙаллана.
Башҡортостанда милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бөтәһе 175,1 миллиард һум йүнәлтелә. Был аҡсаны нимәгә тотонорҙар һәм республикала йәшәүселәр милли проекттарҙан нимә алыр? Был турала «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.