Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
14 Июнь 2019, 14:52

Һеҙ һәр саҡ кеше һаулығы һағында

Хөрмәтле һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Иң яуаплы эштәрҙең береһен тормошҡа ашырып, һәр ваҡыт кеше һаулығын һәм ғүмерен ҡайғыртаһығыҙ.

Был байрам – табиптарға, фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына, “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә, санитарҙарға – ауыр мәлдәрҙә кешеләргә ярҙамға килгәндәрҙең бөтәһенә лә сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдереү көнө. Һеҙгә оҫталығығыҙ һәм талантығыҙ, мәрхәмәт, яҡшылыҡ һәм хәстәрлек күрһәтеүегеҙ өсөн рәхмәт. Оҙаҡ йылдар үҙ эшенә тоғро ҡалған һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарына айырым рәхмәт әйткем килә. Һеҙҙең тырышлығығыҙ һәм эшегеҙгә мөкиббәнлегегеҙ барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә өлгө булып тора.
Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ башланғыстарҙа уңыштар теләйем!
Владимир КУЛИКОВ,
ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас: