– Балалар ниндәй сәбәптәр менән һеҙгә килә? – Бәлә аяҡ аҫтында, тиҙәр. Ҡыш – тайып йығылыусылар булһа, йәй
тәҙрәнән ҡолап төшөүсе балалар күбәйә. Шул уҡ ваҡытта мәктәп алдынан һәм ял лагерҙарына эшкә урынлашыусылар
медицина тикшереүҙәрен үтә. Беҙгә килеүселәрҙең статистикаһына күҙ һалһаҡ, балаларға бигерәк тә юл ҡағиҙәләрен өйрәтергә кәрәк. Велосипедтан, уйын майҙансыҡтарында ҡолап йәрәхәтләнеүселәр бик күп килә, шулай уҡ хайуандарҙан тешләнгәндәр, тәндәрен бешергәндәр, ҡаҙаҡҡа баҫҡан балаларҙың ата-әсәләре мөрәжәғәт итә. Һуңғы йылдарҙа тәҙрәләге москит селтәренә алданып, ҡолаусылар күбәйҙе. Әммә ниндәй генә йәрәхәт менән килмәһендәр, уларға ваҡытында
тейешле ярҙам һәм дөрөҫ диагноз ҡуйыу мотлаҡ, сөнки йәрәхәттәр һөҙөмтәһе ғүмергә оҙатып барасаҡ. – Һеҙ бер юлы хирург, травматолог, ортопед та. Бер нисә йүнәлеште бергә алып барыуы ауырмы? Әйткәндәй, бындай күренеш ҡалала
тар белгестәр етешмәүенә ишара түгелме? – Әлбиттә, яҡшы белем алдыҡ, тик эшкә килгәс, теория менән генә алға китеп
булмағанына төшөнәһең, яуаплылыҡ, хата яһап ҡуймау тураһында нығыраҡ уйлай башлайһың. Тәжрибә күберәк
килгән һайын, нескәлектәргә төшөнөп китәһең һәм тағы ла ҡатмарлыраҡ эш алып бараһың, параллель йүнәлештәр
буйынса ла эшләргә була. Ысынлап та, эш күп, әммә уҡып бөтөп, йүнәлтмә менән Стәрлетамаҡҡа эшкә килгәндән
бирле бер генә тапҡыр ҙа үкенгәнем булманы, ҡаланы ла, эшемде лә яратам. Нисек кенә булмаһын, Бигерәк тә тар
белгестәр һәр саҡ һәр ерҙә кәрәк, ә беҙгә йәштәр килер, тип уйлайым, бының өсөн мөмкинлектәр булдырыла башланы.
– Ә шул буласаҡ табиптарға, башҡа коллегаларығыҙға ниндәй теләктәрегеҙ булыр ине һөнәри байрамығыҙ айҡанлы? – Хәҙер методика көслө, шарттар бар, дарыуҙар етерлек, әммә пациентты аяҡҡа баҫтырыу өсөн, эшеңде йәнең рәхәтләнеп, ҡәнәғәтлек
кисереп башҡармаһаң, ул шарттармөмкинлектәрҙең генә файҙаһы файҙа түгел. Йәшме, тәжрибәлеме, минеңсә, бөтә табиптар ҙа ошо хаҡиҡәткә тоғро ҡалырға тейеш.