Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Июнь 2019, 16:39

Массаж яһатҡың килһә...

Массаждың төрлөһө була – арҡа, аяҡ, ҡул, бит, баш... Уларҙың барыһын да тик бер нәмә генә берләштерә – үҙ эшен яратып, бар нескәлектәрен белеп башҡарған белгес. Үҙ эшен ошо юҫыҡта асып, бар күңелен һалып массаж эшләгән ошондай йәш оҫталарҙың береһе Эдуард ХАЛИҠОВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

– Әҙерәк үҙегеҙ тураһында һөйләп үтегеҙ. Нисек массажист булып киттегеҙ һәм ни өсөн тап ошо һөнәрҙе һайланығыҙ?
– Массаж ярҙамында тәнгә булышлыҡ итеү, уны дауалау мине һәр ваҡыт һоҡландыра ине. Массаж менән күптән ҡыҙыҡһыныуым, яҡындарымдың ярҙамы, бар яҡтан да хуплап тороуҙары ошо юлды һайлауға булышлыҡ итте лә инде. Оҙаҡ уйлап торманым – уҡыуға, тәжрибәгә тотондом.
– Һөнәрегеҙҙә иң оҡшағаны нимә?
– Һөнәремдең иң оҡшаған сифаты, минең өсөн, әлбиттә, ауыртыуҙар, һыҙланыуҙар менән килгән кешеләргә ярҙам итә алыуым. Клиенттарымдың массаждан һуң һау-сәләмәт кешегә әйләнеп ҡайтып китеүе – минең өсөн иң ҙур ҡаҙаныш!
– Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта массаждың ниндәй төрҙәре иң популяр?
– Иң яҡшы һәм иң ныҡ йоғонто яһаған массажды атап булмай. Минеңсә, иң популяр массаж – ул пациентҡа тәүге массаж, нәҡ шунан һуң кеше йә артабан килә, йә юҡ, сөнки массаждың файҙаһы төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итә.
– Стәрлетамаҡта был өлкәлә конкуренция һиҙеләме?
– Мин быға тик ыңғай яҡтан ҡарайым, улар минең уҡытыусыларым, артабан үҫешергә, яңы киңлектәр асырға ҙур этәргес булып тора. Сөнки башҡаларҙың йә уңыштарын күрәһең, йә хатаһын аңлайһың. Һәр осраҡта, массажист үҙ клиенттарын, ә клиент психологик яҡтан үҙенә генә тап килгән массажсыһын табасаҡ.
– Артабан да уҡыуығыҙҙы дауам итәһегеҙме?
– Эйе, үҙ эшемде яратам һәм ошо юҫыҡта белемемде үҫтерәм, камиллашам. Уҡытыусым, остазым менән уҡыуымды бер туҡтауһыҙ алып барам, ул Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе табип-массажсы, мануаль терапевт.
– Ә үҙегеҙ массажист ярҙамын ҡулланғанығыҙ бармы?
– Әлбиттә. Сөнки, беренсенән, һәр кемгә массаж кәрәк, ял итәм, икенсенән, үҙемә массаж эшләгән саҡта өйрәнеп тә ятам, тәжрибә туплайым, үҙемде пациенттарым урынына ҡуям.
– Үҙегеҙ ҡулланған массаж төрҙәре тураһында һөйләп үтегеҙ.
– Мин эшләгән массаждың төп маҡсаты – пациенттарҙың ауыртыуҙарын, һыҙланыуҙарын бөтөрөү. Массаждан һуң улар еңеллек кисерергә тейеш. Күпселек уҡытыусым уйлап сығарған һәм халыҡ практикаһына индергән массаж менән дауалайым. Шулай уҡ, антицеллюлит, классик һәм дауалаусы массаж ысулдарын ҡулланам.
– Һөнәрегеҙгә ҡағылышлы пландарығыҙ ниндәй?
– Пландар күп. Эшемде үҫтереү, массажист булараҡ артабан да камиллашыу, күберәк кешеләргә ярҙам итеү. Эшендә яңы үрҙәргә, яңы бейеклектәргә ынтылған кеше генә маҡсатына ирешә ала.
– Гәзит уҡыусыларға әйтер һүҙҙәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Әйтер һүҙем шул: төрлө шикле урындарға йөрөмәгеҙ, массажсыларҙың да төрлөһө була, кешеләрҙең арҡаһынан атлап үтеп, нервыларын ҡыҫҡан осраҡтар ҙа бар. Шуға бармаҡтары менән диагностика эшләй, кәрәкле өлөштәргә баҫып, организмдағы резервтарҙы уята белгән массажсыларға ғына йөрөгөҙ. Массаж – етди һәм көслө терапия, һау-сәләмәт булығыҙ!
Әңгәмәне
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА ҡорҙо.
Читайте нас: