Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
2 Июль 2019, 16:10

Сәләмәт тормош дөрөҫ туҡланыуҙан башлана

Сәләмәт тормош дөрөҫ туҡланыуҙан башланаСәләмәт тормош рәүешенең айырылғыһыҙ өлөшө – рациональ туҡланыу. Уның нигеҙе аҙыҡ менән килгән энергиянан, организм сарыф иткән метаболик процестарҙан һәм физик йөкләмәләрҙән тора.

Балалар йәшенә ҡарап, өлкәндәр тормош шарттарына һәм хеҙмәт төрөнә бәйле аҙыҡ күләменә, шулай уҡ айырым аҙыҡ матдәләренә ҡытлыҡ кисерә. Энергияның етмәүе йәки артыҡ булыуы уның күләме үҙгәреүгә бәйле. Аҙыҡта аҡһым, май, углевод, витамин, минераль матдәләр һәм һыу булырға тейеш. Уларҙы организм үҙаллы үҙләштерә алмай, шуға күрә кеше көн һайын аҙыҡ менән витаминдар һәм минералдар ҡабул итергә тейеш. Ниндәйҙер продукттарҙан баш тартыу йәки бер төрлө туҡланыу был йәки теге микронутриенттарҙың етмәүенә килтерә. Организм-дың тәүлек ихтыяжын ҡәнә-ғәтләндерер өсөн рацион ниндәй булырға тейеш һуң?
Рационда иң күбе төрлө бөртөклө продукттар 6-8 порция булырға тейеш. Уларға икмәк, бутҡа, макарон ризыҡтары инә. Икенсе урында – йәшелсә-емештәр. Уларҙы 5 порциянан 9 порцияға тиклем ҙур булмаған салат йәки гарнир тәрилкәләрендә ҡулланырға мөмкин йәки бер стакан емеш һуты ла етә. Шулай уҡ 4-тән 6 порцияға тиклем аҡһымға бай порциялар инә: һөт, сыр, борсаҡ, йомортка, сәтләүек, ит, балыҡ. Порция тигәндә, беҙ бер стакан һөт йәки йогурт, сыр йәки ит киҫәге һәм йомортканы күҙ алдында тотабыҙ. Майҙы рациондан бөтөнләй алып ташларға ярамай, ә бары тик уны сикләргә мөмкин. Бына тәм-томды иһә минимумға тиклем кәметергә кәрәк. Ҡалғанына үҙегеҙ һығымта яһағыҙ. Сирҙе иҫкәртеүҙә, сәләмәтлек һаҡлауҙа һәм эшкә һәләтлелекте күтәреүҙә иң мөһиме – туҡланыу. Шуға күрә аҙыҡты дөрөҫ ҡулланыуға, физик эшкә һәм сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға айырыуса иғтибар итергә кәрәк. Сөнки кешенең ғүмере лә ошоға бәйле бит.
Алина ЗӨБӘЙҘУЛЛИНА,
балалар сәләмәтлеге үҙәге белгесе.
Читайте нас: