“Сәләмәтлек поезы” Николаевка ауы-лында Төрөшлө, Николаевка, Көньяҡ, Покровка-Озерки, Золотоношка ауылдары халҡын хеҙмәтләндереп өлгөрҙө лә инде. Артабанғы ҡабул итеүҙәргә килгәндә, ошондай график төҙөлгән:
4, 5 июлдә Наумовка ауылында Наумовка халҡы – 4 июлдә, ә Кантюковка, Айыусы, Васильевка, Яңы Васильевка һәм Покровка ауылдары халҡы 5 июлдә хеҙмәтләндереләсәк.
Оло Ҡуғанаҡ халҡына – 6 июлдә, ә Покровка халҡына 7 июлдә медицина ярҙамы күрһәтеләсәк.
“Сәләмәтлек поезы” Айгөл халҡын – 10 июлдә, ә Яңы Федоровка, Помряскино, Мәҡсүт, Мырҙаш ауыл-дары халҡын 11 июлдә хеҙмәтләндереләсәк.
Мобиль медицина комплекстары күрһәтелгән көн-дәрҙә иртәнге сәғәт 10-дан
көндөҙгө сәғәт 4-кә тик-лем, ә күсмә медицина хеҙмәткәрҙәре бригадалары – иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө сәғәт 12-гә тиклем эшләйәсәк. Юғарыла күрһәтелгән ауылдарға тикшереү үтеү өсөн пациенттарҙың фәҡәт график буйынса килеүҙәре һорала.