Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Июль 2019, 18:33

Һигеҙ балала ВИЧ-инфекция табылған

Һигеҙ балала ВИЧ-инфекция табылғанЙыл башынан Башҡортостанда 216 ауырлы ҡатында һәм һигеҙ балала ВИЧ-инфекция табылған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлығы 229 бала һәм 15 йәштән 17 йәшкә тиклемге 40 үҫмер ВИЧ-инфекция йоҡторған булараҡ иҫәптә тора. Ғөмүмән, йыл башынан сир йоҡторған әсәләрҙән 169 бала – 93 малай һәм 76 ҡыҙ тыуған. Ә инде күҙәтеүҙәргә килгәндә, 1997 йылдан алып республикала 4374 бала ВИЧ-инфекциялы әсәләрҙән тыуған. Шулай уҡ вирус 15 йәшкә тиклемге 8 балала һәм 1 үҫмерҙә табылған.
Шуныһын да өҫтәге килә: ауырлы булараҡ иҫәпкә алынған һәр бер ҡатын-ҡыҙ иммунодефицит вирусына анализ бирергә тейеш. Ә тыуасаҡ сабыйҙың атаһы ВИЧ-инфекцияға тикшерелергә бурыслы.
Өлкәндәрҙең вайымһыҙлығы, тотанаҡһыҙлығы арҡаһында ВИЧ-инфекция йоҡторған баланың яҙмышын күҙ алдына баҫтырыу ҙа ҡурҡыныс. Ә әхләҡһеҙ ата-әсәгә терһәк тешләргә лә һуң!
Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең 13 төбәгендә ВИЧ менән бер процент халыҡ зарарланған. “Был иғлан ителмәгән эпидемия менән, йәғни Рәсәйҙең 13 төбәгендә йәшәүсе халыҡтың бер проценты кеше иммунодефициты вирусы менән зарарланған,” – тиелә Роспотребнадзорҙың социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия-ға ебәргән “Рәсәй Федерацияһында ВИЧ-инфекция буйынса эпидемиологик хәл, эш урынында ВИЧ-инфекция профилактикаһы тураһында” тигән материалында.
Был яман сирҙе эләктермәүҙең төп шарты – енси йәһәттән тотанаҡлы булыу, әхләҡ нормаларын үтәү һәм наркотиктар ҡулланмау. Үҙенең яҡындарын ҡайғыға һалмаҫ өсөн һәр кеше был хаҡта онотмаҫҡа тейеш.
Р. БАЙРАМОВА.
Читайте нас: