Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Июль 2019, 15:26

Өфөлә Мәскәү белгестәре Башҡортостан медиктарын санавиация ҡулланыу алымдарына өйрәтә

Баш ҡалала, Республика балалар клиник дауаханаһы базаһында «Ауырыуҙарҙы һәм зыян күреүселәрҙе санитар-авиация эвакуацияһы» табиптар өсөн тематик уҡыу циклы үткәрелә.

Лекцияларҙы һәм оҫталыҡ дәрестәрен Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының «Защита» Бөтә Рәсәй катастрофалар медицинаһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре ойошторған. Сара маҡсаты итеп Республика балалар клиник дауаханаһы һәм Ғ.Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы белгестәрен санитар авиация эше менән таныштырыу, эш квалификацияһын арттырыу ҡуйылған. Табиптарҙы ауырыуҙарҙы һәм зыян күреүселәрҙе нисек итеп ташыу, заманса медицина ҡорамалдарын ҡулланыу алымдары менән таныштырасаҡтар.
Кисә циклда ҡатнашыусылар юл-транспорт ваҡиғаларында зыян күреүселәргә беренсел ярҙам күрһәтеү алымдары буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Защита» үҙәгенең авиамедицина бригадалары белгестәрен әҙерләү методик бүлеге начальнигы урынбаҫары Алексей Старков менән бүлектең баш белгесе Павел Попов Өфө табиптарын пациенттарҙы самолетҡа тейәү алымдарын күрһәтте. Үҙ сиратта, беҙҙең медиктар республика санавиацияһы хеҙмәте эше һәм ойошторолоуы менән таныштырҙы
«Бер эште башҡарған белгестәрҙең бының кеүек үҙ-ара мөнәсәбәте кеше һаулығы һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн белемдәрҙе арттырырға мөмкинлек бирә, — тип белдерҙе Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин.
Читайте нас: