Ашҡаҙар
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
17 Ноябрь 2019, 22:50

ТАМАҠ АУЫРТЫУЫН БАНАН, КИШЕР ҺӘМ ТАТЛЫ ТАМЫР ЯРҘАМЫНДА ДАУАЛАРҒА БУЛА

Юғары категориялы табип Лариса Алексеева «Киске Мәскәү» гәзитенә ябай ризыҡ ярҙамында тамаҡ ауыртыуынан нисек ҡотолорға мөмкин икәнлеге хаҡында һөйләне. Был турала РИА Новости агентлығы хәбәр итә. Белгес һүҙҙәренсә, татлы тамыр (солодка) тамаҡ ауыртыуына ҡаршы һөҙөмтәле көршергә һәләтле. Үҫемлектең ялҡынһыныуға ҡаршы һәм тамаҡтағы биҙҙәр ауыртҡанда ла ярҙам итә.

Нисек кенә тиҫкәре булып күренмәһен, ангинаға ҡаршы көрәштә самаһын белеп туңдырма ашарға ла мөмкин, уның да ярҙамы тейә, тпи иҫкәртә Алексеева.
«Төңдырма ауыҙ эсендәге бактериаларҙы юҡҡа сығара һәм ангина ваҡытында барлыҡҡа килгән шеште бөтөрә», -тине ул.
Табип тамаҡ ауыртыуын дарыуһыҙ дауалау өсөн банан ҡулланырға кәңәш итә. Составында С витамины күп булыу арҡаһында банан һауығыу процессын тиҙләтергә һәләтле.
Тамаҡ ялҡынһынған саҡта кишер ҙә файҙалы. Составында А витамины булыуҙан тыш, әлеге йәшелсә ауыҙҙағы лайлалы ҡатламдың төҙөлөүенә лә ярҙам итәсәк.
Читайте нас: