«Әлеге ваҡытта республикала киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән сирләүҙең эпидемик булмаған кимәле һаҡлана. Ауырыу күрһәткесе эпидемик сиктән 3,5% түбәнерәк, Өфөлә сирҙең өлкәндәр араһында таралыуы иҫәбенә 8% күберәк. Ауырыу йоҡторғандарҙың күбеһе — 17 йәшкәсә балалар», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә күҙәтеү һәм кеше именлеге буйынса федераль хеҙмәттән.