30 ғинуарҙа һәм 3 февралдә Өфөгә ҡайтҡан туристарҙа коронавирус табылмаған.
«Белешмәләр алыу өсөн 10 февралдән Өфө ҡалаһы, Шәфиев урамы, 7-се йорт, 106-сы бүлмәгә мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тип белдерҙе үҙәк белгестәре.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн донъяла 25 меңгә яҡын кеше коронавирус йоҡторған. Ҡытай Халыҡ Республикаһынан ситтә 191 кешелә диагноз раҫланған, 565 кеше үлгән.