Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
7 Февраль 2020, 13:55

Йылмайыу бүләк итә Лилиә

Һеҙ һүрәттә күргән һылыу ҡыҙ Лилиә Рим ҡыҙы Ғәлимова ҡалабыҙҙың 4-се поликлиникаһында балалар стоматологы булып эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетын тамамлағас, үҙ теләге менән Стәрлетамаҡҡа эшкә ҡайтҡан. Шуныһы һөйөнөслө: күп йәштәребеҙ диплом алғас та, оҙон аҡса эҙләп ситкә сығып китмәй, үҙебеҙҙең республикабыҙҙа ҡалыуҙы һайлай.

- Теш һыҙлауҙың нимә икәнен белмәгән кеше бар микән? Ғүмерендә бер генә тапҡыр булһа ла теше ауыртҡан кеше уның нисек ҡыйын икәнлеген яҡшы аңлай. Әлбиттә, бындай осраҡта стоматологтар ярҙамға килә. Эшем бик оҡшай. Заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ялт итеп торған яҡты бүлмәлә эшләүе күңелле, - ти Лилиә. - Хәҙерге яңы технологиялар заманында теш дауалауҙан ҡурҡырға түгел.
- Стоматолог булыу хыялы миндә бала саҡтан килә, - тип дауам итә һүҙен йәш белгес. - Үҙ һөнәремде һәр ваҡыт медицинаға бәйләргә теләнем. Тешемде дауаларға тип, теш табибына ҡурҡмай бара торғайным. Шуға күрә һөнәр һайлағанда бер ниндәй ҙә икеләнеү, ҡурҡыу тойғоһо булманы. Башҡорт дәүләт медицина университетының стоматология факультетын бюджет нигеҙендә ҙур теләк менән уҡып сыҡтым. Студент йылдарымда уҡ һөнәрем буйынса эшләй башланым: башта медсестра булдым, шунан күп тә үтмәй, табиптарға ассистентлыҡ иттем. Уҡып бөткәс тә, яратҡан тыуған ҡалама килеп эшкә урынлаштым. Өфөлә алған тәжрибәм дә булғас, эшләп китеүе ҡыйын булманы. Унда эшемде өлкән пациенттарҙан башлағайным, бында иһә кескәйҙәрҙе дауалайым.
Әлбиттә, һәр эштең дә үҙ нескәлектәре була. Ә бит беҙ - кешеләр өсөн табип ҡына түгел, уларҙың кисерештәрен аңлап торған психолог та. Ошо көсөргәнешле мәлдә пациенттың ҡурҡыуын баҫып, йәнен тынысландырыу өсөн көйөн көйләй белергә кәрәк.
Иң мөһиме, ауырлыҡтарҙы еңеп сыға белергә һәм үҙ эшеңде яратырға кәрәк. Күҙеңә мөлдөрәп ҡарап торған пациеттарыңды ҙур кинәнес һәм яуаплылыҡ менән дауалау, уларҙан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү һәм шатлыҡтан йылмайған йөҙҙәрен күреү - ниндәй оло бәхет!
Лилиә Ғәлимованы һәм ҡалабыҙҙың барлыҡ стоматологтарын һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Ауыр һәм яуаплы эштәрендә һәм шәхси тормоштарында уңыштар теләйбеҙ!
Роза ҠОБАҒОШОВА.
Читайте нас: