Ҡытайҙан килеүселәр Өфө янындағы обсерваторҙа Төмәндәге федераль пункт тулған осраҡта ғына урынлаштырыла. Республика ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, унда ауырыуҙарҙы алып барыу планлаштырылмай, һау-сәләмәт кешеләр генә күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Сир таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Ҡытайҙан килеүселәр өсөн 14 көнлөк карантин индерелә. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса бөгөнгә был дәүләттән килеүселәр араһында коронавирус асыҡланмаған, киҫкен вируслы инфекция йоҡтороуҙың 31 осрағы теркәлгән.