Һуңғы дүрт аҙнала сирҙең күтәрелеше күҙәтелде, эпидемияның иң юғары нөктәһе йылдың етенсе аҙнаһына — 10 февралдән 16-һына тиклем тура килде.
Уҙған аҙнала, 17 -23 февралдә, республикала 34 138 грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осрағы теркәлде, шул иҫәптән балаларҙа – 20 504 осраҡ, был ауырыуҙарҙың дөйөм һанынан 60% тәшкил итә. Балалар араһында сирлеләрҙең күбеһе 3-6 йәштә.
Республика халҡы араһында киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыу эпидемия сигенән 44% юғары, тип белдерә ведомство. Үткән аҙнала Өфөлә 9 494 кеше, шул иҫәптән 4 737 бала грипп һәм киҫкен вирус инфекцияһы менән сирләгән. Бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда ауырыусылар 20% кәмегән. Был бөтә йәш төркөмдәрендә күҙәтелә.
24 февралгә ҡарата, 188 мәктәптә, 5 мәктәп-интернатта һәм 17 балалар баҡсаһында, шулай уҡ 27 мәктәптә 141 класта һәм 17 балалар баҡсаһында 22 төркөмдә карантин оҙайтылды.