Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
10 Март 2020, 16:05

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды

Башҡортостанға коронавирусты билдәләү өсөн тест-системалар ҡайтарылды.

Уларҙы Новосибирскиҙың «Вектор» институты ғалимдары уйлап тапҡан. «Башҡортостан» ДТРК-һы Башҡортостан Республикаһы Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казакка һылтанып хәбәр итеүенсә, тикшереүҙәр полимераза-сылбыр реакцияһы алымы менән үткәрелә. Һөҙөмтә һигеҙ сәғәттән үк әҙер була. Белгестәр 400-гә яҡын материалды тикшергән дә инде, улар араһында коронавирус асыҡланмаған.
Бер үк ваҡытта өлгөләрҙе тикшереү өсөн Новосибирскиға ебәрәләр, шул рәүешле табиптар вирустың булыуы йәки булмауы хаҡында ике һөҙөмтә ала.
Башинформ.
Читайте нас: