Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Март 2020, 16:05

Республикала уҙған йылда 2 705 ВИЧ инфекциялы кеше асыҡланған

Башҡортостанда уҙған йылда 2 705 ВИЧ инфекциялы кеше асыҡланған, тип хәбәр итте республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Уларҙың күпселеге — ир-егеттәр (61%), ҡатын-ҡыҙҙар — 39%.

2018 йыл менән сағыштырғанда былтыр сир йоҡтороу 2,48% кәмегән. Элекке йылдарҙағы кеүек үк, зарарланыуҙың төп юлы — енси. Уның өлөшөнә 84,8% тура килә. Парентераль юл менән зарарланыу өлөшө кәмегән һәм 14,5% тәшкил иткән.
ВИЧ-инфекция менән сирләүселәрҙең төп өлөшө — 31-40 йәшлектәр.
Читайте нас: