Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
24 Март 2020, 13:45

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары теркәлгән

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороуҙың тәүге осраҡтары теркәлгән.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, өс кешелә Covid19 вирусы асыҡланған.
Икәүһе сит илдән ҡайтҡан, тағы бер Өфө кешеһе даими рәүештә Мәскәүгә эшкә йөрөгән.
Хәбиров һүҙҙәренсә, барыһы ла изоляцияланған, уларҙың кемдәр менән аралашҡан икәнлеге билдәләнгән регламенттарға ярашлы тикшерелә.
«Был осраҡ хәүефтең ысын булыуы хаҡында һөйләй. Һаҡлыҡ сараларын үтәгеҙ. Сит дәүләттәрҙән ҡайтҡандар карантинға сығырға тейеш, уны боҙоу закон буйынса эҙәрлекләнә. Беҙҙә ресурстар, процестарға идара итә белеү ҙә бар. Инструкцияларҙы үтәгеҙ һәм барыһы ла минималь эҙемтәләр менән тамамланыр», — тип яҙҙы республика башлығы.
Башинформ.
Читайте нас в