Күпселек осраҡта – ҡәтғи саралар өсөн. Тимәк, беҙ барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ. Бөтөн донъяла шулай эшләйҙәр. Өйҙә ҡалырға тейеш икәнен һәр кем белә. Әммә, үкенескә ҡаршы, быны барыһы ла аңлап етмәй. Шуға күрә һеҙҙең менәнбеҙҙең бурысыбыҙ – улар йөрәгенә ишек шаҡыу. Әйтергә кәрәк, бер-беребеҙ тураһында хәстәрләү.
⠀Бөгөнгө көндә төҙөүсе, дауалаусы, торлаҡ-хужалыҡ системаһының эшен яйға һалыусы, кешеләргә тейешле продукция етештереүсе һәм ташыусы шәхси компаниялар хеҙмәткәрҙәре эшкә бара ала.
Кемдәр айырыуса мөһим, кәрәк әйберҙәр эшләй. Хеҙмәт күрһәтеү өлкәһе лә мөһим, ләкин, үкенескә ҡаршы, әле ундай ваҡыт түгел. Шуның өсөн полиция мөмкин тиклем итәғәтле итеп халыҡҡа еткерә: өйҙә ҡалығыҙ. Барыһынан элек беҙҙең турала хәстәрләүселәр, алғы сафтағылар - табиптарыбыҙ тураһында ла уйлайыҡ.⠀
Беҙ, ҡайһы бер Европа илдәрендәге кеүек, һаулыҡ һаҡлауҙың ҡолауына юл ҡуйырға тейеш түгелбеҙ.
Кемдәр эшһеҙлектән ҡаңғырып күңелһеҙләнеп ултыра - йәнә бер тапҡыр әйтмәксемен: дуҫтарығыҙға бармағыҙ, ҡала буйлап йөрөмәгеҙ. Ошоға бәйле һорау килеп тыуа – был законға ярашлымы әллә юҡмы? Яуап бирәм: беҙ нимә эшләйбеҙ, барыһы ла - закон сиктәрендә.
Икенсенән, йыш ҡына нимә тураһында һорайҙар: дезинфекция. Күп фатирлы йорттарға килгәндә, көн һайын санитар эшкәртеү – ул идарасы компанияларҙың туранан-тура бурысы. Беҙ халыҡтың хафаланыуын уртаҡлашабыҙ һәм идарасы компанияларҙы йәлеп итәбеҙ.⠀
Йәмәғәт транспортын да йыуып торабыҙ. Троллейбустар һәм маршруткалар ғәҙәттә депола дезинфекциялана. Шуға күрә һеҙ ҡулына һиптергес аппарат тотоп йөрөгән кешене күрмәйәсәкһегеҙ. Әммә был бер нәмә лә эшләнмәй тигәнде аңлатмай. Линияға сығыр алдынан транспортта тулыһынса дезинфекция уҙғарыла, көн дауамында тотоноу өсөн таянғыстар эшкәртелә. Шулай уҡ ҡалалағы юлдар эшкәртереп тора.
⠀Аңлағанығыҙ өсөн рәхмәт. Ә ундайҙар күп – быны беҙ урамға ҡарап күрәбеҙ. Артабан да һорауҙарығыҙға яуап бирергә тырышырмын. Сәләмәт булығыҙ!
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы.