Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
9 Апрель 2020, 20:50

ҒӘРИП БАЛАЛАРҘЫҢ ХОҠУҠТАРЫ ЯҠЛАНҒАН

Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы дәүләт ярҙамына мохтаж граждандарҙың хоҡуҡтарын үтәү талабы буйынса тикшереү ойошторған.Тикшереү һөҙөмтәһендә 40 бала, шул иҫәптә 37 ғәрип баланың шәкәр диабеты менән ауырыу сәбәпле ҡанда булған шәкәрҙе тикшереп торор өсөн тесттар, шприцстар өсөн энәләр һәм инсулин помпаларына кәрәк яраҡтарға мохтаж булыуы асыҡланған.

Быға ҡарамаҫтан былтыр табиптар медицина изделиеларының дарыуханаларҙа булмау сәбәпле тулы күләмдә яҙып бирмәгән.
Прокуратура балаларҙы яҡлау өсөн дауахананың баш табибына билдәләнгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе талап иткән. Мәсьәлә ыңғай хәл ителгән, балалар кәрәкле медицина изделиелары менән тьәмин ителгән. Шулай уҡ, дауалау учреждениенда яуаплы вазифа биләүсе 17 хеҙмәткәр дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Читайте нас