Бынан тыш, БР Хөкүмәтендә Covid-19 осрағы раҫланған ҡала һәм райондарҙы атанылар. Ауырыусылар - Өфө, Дүртөйлө, Күмертау, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Сибай, Октябрьский ҡалаларынан, шулай уҡ Әлшәй, Иглин, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура райондарынан. Сир йоҡтороусылар араһында Республика клиник дауаханаһы медицина хеҙмәткәрҙәре (9 кеше) лә бар.
Башҡортостанда әлеге ваҡытта был ауырыуҙан 6 кеше һауыҡҡан. 3647 кеше медицина күҙәтеүе аҫтына алынған, шуларҙың 99-ы – киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре менән. 9 апрелгә Башҡортостанда 13 652 кеше лаборатор тикшеренеү үткән.