Тоҙло һыу менән танауҙы, ауыҙҙы сайҡатыу инфекция барлыҡҡа килтереүсе бактерияларҙың һанын кәметергә булышлыҡ итә.
Бынан тыш, киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре беленгәндә, бактерияларҙы тотҡарлаусы дарыуҙар ҡулланырға һәм, кисекмәҫтән, белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәңәш ителә.
Инфекция таратыуҙы профилактикалау маҡсатында, Минздравта шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә - бит-ҡулдарҙы йыш йыуып торорға, йыумаған ҡул менән биткә ҡағылмаҫҡа, күҙҙәрҙе ышҡымаҫҡа, һәм, әлбиттә, битлек кейеп йөрөргә, уны ике сәғәт һайын алмаштырып торорға ҡушалар.