Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
13 Апрель 2020, 17:30

Рәсәйҙә короновирус йоҡторғандар һаны — 18328 кеше, тәүлегенә – 2558

Рәсәйҙә тәүлегенә коронавирус йоҡтороуҙың 2558 яңы осрағы асыҡланған.

Был хаҡта коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оперштаб хәбәр итте. Илдә сирлеләрҙең дөйөм һаны – 18328 кеше.
1470 кеше һауыҡҡан, 148-е үлгән (18 кеше һуңғы тәүлектә).
1,3 миллиондан ашыу тест үткәрелгән.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса оперштаб мәғлүмәтенә ярашлы, Башҡортостанда 107 кеше яңы коронавирус инфекцияһын йоҡторған, 7 кеше һауыҡҡан, берәүһе һәләк булған.
13 апрелгә ҡарата, Башҡортостанға коронавирус инфекцияһы хәүефе ҙур булған төбәктәрҙән ҡайтҡандар иҫәбенән 262 кеше ОРВИ билдәләре менән дауаханаға һалынған, уларҙың 11-е – балалар. Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
«Хәҙер 6491 кеше — беренсел медицина ойошмалары табиптары күҙәтеүендә. Биш кеше — Өфө һәм Өфө районы обсерваторында. Алтмыш кеше 18-се ҡала клиник дауаханаһында дауалана», — тип билдәләне ул.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостанда көн һайын барлыҡ киҫкен респиратор инфекцияһы, дауахананан тыш пневмония осраҡтары, ашығыс медицина ярҙамын саҡыртыуҙар һаны тикшерелә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 13 апрелгә Башҡортостанда коронавирус йоҡторғандар һаны — 107 кеше.
Читайте нас