Ашҡаҙар
+16 °С
Ямғыр
Сәләмәтлек
14 Апрель 2020, 06:15

РИЗЫҠТАРЫБЫҘ … сиргә ҡаршы

Барыбыҙ өсөн дә аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек булды, әлбиттә, бөгөнгө ваҡиғалар. Әммә ләкин дәүләтебеҙ ҡабул иткән һаҡланыу сараларына өҫтәп, үҙебеҙҙең тыуған яҡтың теләһә ҡайһы вирусҡа ҡаршы торорлоҡ, иммунитебыҙҙы нығытырлыҡ ризыҡтарын, үләндәрен дә ҡуллана ултырайыҡ, тип әтмәксе инем.

Иң беренсе йәй буйына аяҡ аҫтында тапап йөрөгән әремебеҙ иҫ киткес көскә эйә икәнен иҫегеҙгә төшөрәм. Ул – тәбиғи антибиотик. Был көндәрҙә әремде (киптереп ваҡланғанын инде, оҙаҡламай йәшеле лә баш ҡалҡытыр) киң ҡулланырға тырышығыҙ. Вирустарға үрсергә бирмәһәк, үрсемәҫ. Был маҡсатта әрем ярҙамға киллер. Көн дауамында, ашағандан һуң беря рты сәғәт үткәс, ауыҙығыҙға әҙ генә әрем ҡабығыҙ. Быны көнөнә өс тапҡыр эшләгеҙ. Ә бына кисен йоҡлар алдынан сәй ҡалағы осонда ғына әремде ярты стакан ҡайнар һыуҙа ун биш минут төнәтеп эсегеҙ. Балаларығыҙға ла эсерегеҙ. Төнәтмә үпкәне таҙартып, тын юлдарындағы лайлаларҙы киптереүгә, төнө буйы эсегеҙҙе таҙа тотоуға булышлыҡ итәсәк. Хатта ниндәй генә вирус инһә лә, ул үрсеп китә алмаясаҡ.
Әремегеҙ булмаһа, усаҡ ҡайырыһы, имән ҡайырыһы, ҡарағас ылыҫы ла шундай уҡ көскә эйә. Һарымһаҡ ашағыҙ, уеы турап, йылы һыу менән йотоғоҙ. Ҡайын бөрөһөнөң, ерек тубырсығының спирттағы төнәтмәһен эсергә була.
Зәүхиә ҠӘҘЕРБӘКОВА.
Мәҡәләнең тулы вариантын "Киске Өфө" гәзитендә уҡығыҙ.
Читайте нас