Сәләмәтлек
17 Апреля 2020, 07:20

Аҡыл туҡланыуға бәйлеме?

Британияның Бристоль университеты ғалимдары әйтеүенсә, баланың аҡыл ҡеүәһе үҫеше уның бәләкәй сағында нисек туҡланыуына бәйле.

Өс йәшкә тиклем «зарарлы» аҙыҡ-түлек ашаған балаларҙы биш йылдан һуң тикшереп ҡарағандар һәм интеллект коэффициентының тиҫтерҙәренекенә ҡарағанда түбәнерәк булыуын асыҡлағандар. Ғалимдар әйтеүенсә,өс йәшкә тиклем балаға «дөрөҫ» аҙыҡ биреү мөһим, сөнки мейе йәшәүҙең тәүге өс йылында әүҙем үҫешә.
Мәғлүмәт «Киске Өфө» гәзитенән алынды.
Читайте нас